2 аш ҡалағы төйөлгән ҡәһүә, 1 туҫтаҡ һыу, 1 туҫтаҡ һөт, 3 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 20 г желатин, тәменсә ванилин.
Желатинды ҡайнаған һалҡын һыуҙа бүрттергәндән һуң, артыҡ һыуын ағыҙығыҙ һәм һыу парында тотоп эретегеҙ. Һуңынан һөткә шәкәр ҡомоноң яртыһын ҡушып, ҡайнатып сығарығыҙ, ванилин ҡушығыҙ. Бер аҙ һыуынғас, әҙер желатиндың яртыһын һалып, блмә йылылығына тиклем һыуынғанын көтөгөҙ. Шунан ҡәһүәне бешерегеҙ һәм һөҙөп, ҡалған шәкәр ҡомон, желатинды ҡушып һыуытығыҙ. Һауытҡа бер ҡат һөтлө дерелдек һалып, ҡатҡансы һыуытығыҙ, һуңынан ҡәһүәле дерелдек һалығыҙ. Ҡатҡансы һыуытырға кәрәк. Шулай бер нисә тапҡыр сиратлаштырығыҙ.