Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Февраль 2021, 11:50

“Интернет-коммуникациялар лидерҙары” конкурсы башланды

Унда 18 йәше тулған һәр кеше ҡатнаша ала.

Рәсәй күләмендә “Интернет-коммуникациялар лидерҙары” тип аталған конкурс башланды. Унда 18 йәше тулған һәр кеше ҡатнаша ала. Бәйге барышында бөтә ил буйынса интернеттағы тормош ҡағиҙәләрен һәм механиканы яҡшы белгән иң көслө digital-белгестәрҙе билдәләйәсәктәр.
Конкурста ҡатнашыу өсөн теркәлеү лидерыинтернета.рф сайтында башланды һәм ул 2021 йылдың 26 февраленә тиклем дауам итәсәк. Бәйгегә интернет-коммуникациялар өлкәһендә яңы эш башлаған белгестәрҙе, контент-менеджерҙарҙы, аналитиктарҙы, блогерҙарҙы, эксперттарҙы, һанлы мәғлүмәт проекттары етәкселәрен көтөп ҡалалар.
Еңеүселәр ил күләмендә танылған интернет-эксперттар һәм оҫталар ҡулында стажировка үтәсәк. Бынан тыш, улар Мәскәү дәүләт университеты базаһында идара итеү һәм һанлы компетенцияларҙы үҫтереү буйынса тулыһынса бушлай уҡыу программаһы үтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Конкурсты “Диалог” ойошмаһы һәм Төбәктәр менән идара итеү үҙәктәре (ЦУР) “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһы менән берлектә уҙғара.
“Беҙҙең бурыс – һанлы белгестәр араһынан талантлы кешеләрҙе һайлап алыу, уларҙы уҡытыу, ошо өлкәгә ҡағылышлы белгестәр әҙерләү ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү. Ҡатнашыусыларға уңыштар теләйем. Беҙҙең һанлы киләсәк тап һеҙҙән тора”, - тип мөрәжәғәт итте Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко.
Башҡортостанда әлеге конкурста ҡатнашыу буйынса барлыҡ һорауҙар менән Башҡортостан Республикаһы Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Салауат Ғариповҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин. Телефон: 8-987-588-41-88.
Фото: topobrazovanie.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Internet-kommunikatsiyalar-lider-ari-konkursi-bashlandi-658619/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: