Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Февраль 2021, 14:30

Тимер өйөнә ҡайтты

Ғаиләлә сабый тыуыуы һәр саҡ шатлыҡ, бәләкәс Тимер иҫән-һау үҫһен!

Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова яңы тыуған сабыйы менән "Әсә һәм сабый" госпиталенән өйөнә ҡайтты. Бәхетле әсәнең улы Тимер һәм тормош юлдашы менән бергә төшкән фотоһы госпиталь сайтында урын алған.
Күреүебеҙсә, сабыйын күкрәгенә ҡыҫҡан әсә үҙен яҡшы тоя, кәйефе күтәренке. Медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре фото аҫтына ысын күңелдән сыҡҡан теләктәрен дә өҫтәгән: “Бындай мөһим ваҡиға өсөн беҙҙең госпиталде һайлауығыҙ һәм ышаныс күрһәтеүегеҙ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Сабыйығыҙға ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, бәхетле булһын!”
Хәҙер республика етәксеһенең ике ҡыҙы һәм ике улы бар. Ғаиләлә сабый тыуыуы һәр саҡ шатлыҡ, бәләкәс Тимер иҫән-һау үҫһен.
Фото:Горобзор.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: