Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Февраль 2021, 10:34

"Эх, Зөлфиә..."

Йәл, башҡаса уның менән осрашырға яҙманы, талантлы ижадсы, йырсы Дим Мәннәнов арабыҙҙан иртә китте. Йәмле йәшлек йылдарын иҫкә төшөргән онотолмаҫ йырҙарын тыңлағанда ошо изгелеге йылы хәтирә булып күңелде йылыта.

Был хәл студент саҡта булды. Октябрь аҙаҡтары ине. Ҡара көҙ ныҡлап һыуытҡансы ауылдаш ҡыҙ менән тыуған яҡҡа ҡайтып килергә йыйындыҡ. Тик шәмбе дәрестәренән һуң ғына юлға сығып, Өфөнән ҡуҙғалған ауыл автобусына өлгөрмәнек. Шулай ҙа баш ҡаланан сәғәт 6-ла Ҡыйғы автобусына ултырып китеп, тыуған ауылға 12 саҡрым ҡалған юл сатында төшөп ҡалдыҡ та юл буйлап атланыҡ.
Ҡар яумағас ҡараңғы иртә төшә бит инде. Зәлиә менән бер-беребеҙгә йәбешеп, ҡултыҡлашып киләбеҙ. Тирә-яҡ ҡара урман, юл ситендәге ҡыуаҡтар ҡурҡыныс сүрәткә инеп, күңелгә шом һала. Үс иткәндәй, айы ла, йондоҙҙар ҙа болот менән ҡапланған. Шундай ваҡытта әллә ниндәй ҡурҡыныс хәлдәр иҫкә төшә, ҡалтыранып, бер-беребеҙҙе йыуатып, "хәҙер ауылға берәй попутка килеп сығыр" тип өмөтләнеп атлайбыҙ. Кеҫә телефондары ул саҡта юҡ ине, хәбәр итеп булмай.
Хәйерсегә ел ҡаршы, тиҙәрме әле. Ауыл яғына бер транспорт та булманы, ә Өфө яғына ике машина үтеп китте. Өс саҡрымдай барғанбыҙҙыр, ауыл яғынан тағы фаралар балҡыны. Быныһын үткәреп ебәрмәҫкә, туҡтатып, ауылға алып бармаҫмы икән, тип һөйләшеп ҡарарға булдыҡ.
Руссалап торорға ваҡыт юҡ ине, рулдәге кеше тәҙрәһен төшөрөп аптыраулы ҡараш төбәү менән, кемуҙарҙан һөйләй-һораша башланыҡ:
- Һаумыһыҙ!
- Ләмәҙҙән киләгеҙме?
- Беҙҙе ауылға апарып ҡалдыра алмаҫһыҙмы, аҡсаһын түләрбеҙ!
Бындай "атаканан" ағай кеше ҡаушап ҡалды:
- Туҡтағыҙ әле, ҡыҙҙар, мин бит Өфөгә ҡайтып барам. Ҡабаланмаһам да, төн етеп килә.
Ҡайҙан туҡтау ти ул!.. Ҡурҡыу ҡыйыуһыҙлыҡты еңде, әрһеҙләп күндерҙек был кешене. Машинаһын борҙорттоҡ та ауыл яғына ҡуҙғалдыҡ. Ағай кеше түбәтәй кейеп алған ине, "бындай кеше насар уйлы булмаҫ", тип уйланыҡ.
"Нишләп һуңға ҡалдығыҙ, ҡыҙҙар?" - водитель һүҙ башланы. Тауышы таныш кеүек. "Параларҙан ебәрмәнеләр, автобусҡа һуңланыҡ". Мин: "Һеҙҙең тауышығыҙ таныш, тик һеҙ беҙҙең ауылдыҡы түгел, кем булаһығыҙ?" - тип һораным.
"Танымайһыңмы ни? Ә былай?" Салондағы утты яндырып, ул башта тура, аҙаҡ ситкә ҡараны, йәнәһе, профиль-анфас тороп күрһәтә. "Э-э-э, юҡ". "Ә хәҙер?" - тине лә ҡысҡырып йырлап ебәрҙе:
Эх Зөлфиә,
Ҡарале миңә,
Бына мин торам -
Көтөүсе Мәннән...
- Дим Мәннән?! - Зәлиә менән бер юлы ҡысҡырып ебәрҙек.
- Танышайык, ҡыҙҙар, Дим булам, - тип яуапланы ул. Алып барған кешеһе, үҙе әйткәнсә "начальнигы", беҙҙең ауылдың кейәүе булып сыҡты. Ләмәҙгә тиклем йырлап ҡайттыҡ: "Нисек барһың, тик шулай бул, оҡшама бүтәндәргә..."
Зәлиә ауыл осонда төшөп ҡалды, ә мин, тыуған йортом алдына туҡтағас: "Көтөп тороғоҙ, хәҙер сығам", - тип аҡса алырға инеп киттем. Юлынан борған кешене ризалатыр кәрәк бит. Сәғәт 11 тула, өйҙәгеләр саҡ һуштан яҙманы, ҡайтырымды белмәйҙәр ине. Тиҙ генә хәлде аңлаттым, атайым, "үҙем" тип Дим ағай янына сыҡты. Кире ингәс һөйләне: танышҡас, ул уны сәйгә саҡырған, тик юлаусы, "ҡабаланам, ғаиләм көтә өйҙә" тип инмәгән, аҡсаны алмайынса хушлашып ҡайтып киткән.
Бына шулай билдәле музыкант, әле лә популяр йырҙар авторы Дим Мәннәнов менән танышырға насип булды. "Башҡа улай һуңлап йөрөмәгеҙ, ҡыҙҙар, кешенең төрлөһө бар", - тип "нотация" уҡып алғайны ул юлда, әйткән һүҙен тоттоҡ.
Йәл, башҡаса уның менән осрашырға яҙманы, талантлы ижадсы, йырсы Дим Мәннәнов арабыҙҙан иртә китте. Йәмле йәшлек йылдарын иҫкә төшөргән онотолмаҫ йырҙарын тыңлағанда ошо изгелеге йылы хәтирә булып күңелде йылыта.
Йырсы хаҡындағы хәтирәләр менән Гөлназ Хужахмәтова уртаҡлашты.
Фото “Бәйләнештә”.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: