Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Ғинуар 2021, 12:39

Иң мөһиме – балалар мәнфәғәтен хәстәрләү

Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, Иҫке Ҡыйышҡы ауылының Өфө Ҡырымы биҫтәһендә йәшәүселәр урындағы баш­ланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыу өсөн иртән-иртүк тәғә­йенләнгән урынға йыйылғандар ине. Бында йәшәүсе халыҡтың яңы төҙөлгән биҫтәне төҙөкләндереүгә битараф булмауҙары, татыу йәшәүҙәре асыҡ күренә.

Ҡабаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Руслан Әйүпов сараны асып, халыҡты программаның мөмкинлектәре һәм шарттары менән таныштырып үтте. Кемдәрҙер һыу үткәреү, ҡайһы берәүҙәр юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса фекер­ҙәр тәҡдим итһә, күпселек тауыш ауылда заманса балалар майҙансығы төҙөү өсөн бирелде.
Һайлап ҡуйылған инициатива төр­көмөнөң төп бурысы - халыҡтан аҡса йыйыу һәм эш барышын күҙәтеү аҫтында тотоу. Был эш ауылдың активистары – Ирина Хаживәлиева, Зөлфиә Сөнәғә­туллина, Алина Кожевникова, Елена Ястребоваларға йөкмәтелде. Йыйы­лышта күп тауыш айырмаһы менән балалар майҙансығы урынлаштырыу проекты яҡлау тапты. Республика ҡаҙ­наһынан бүленгән аҡсаға ауыл халҡы, иғәнәселәр ҙә үҙ өлөшөн өҫтәй. 150-нән ашыу йорт иҫәпләнгән торлаҡ пункт халҡы дөйөм йыйылыш ҡарары нигеҙендә һәр ихатанан меңешәр һум аҡса тапшырасаҡ.
Проект хупланып, яҡын киләсәктә яңы биҫтәлә балалар майҙансығы төҙөл­һөн, ул балаларҙың шат тауыш­тарына күмелһен.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: