Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Ғинуар 2021, 13:50

Инәйҙең башына боҙ төшкән...

Һауа торошоноң әленән-әле үҙгәреп тороуынан йә ныҡ туңдырып, йә йылытып ебәреүенән ҡыйыҡ баштарында күпләп боҙбармаҡтар эленеп торҙо. Коммуналь хужалыҡтар даими таҙартып торһа ла, бәлгә тарыусылар ҙа бар.

25 ғинуарҙа Өфөлә йөрөп килергә сыҡҡан 66 йәшлек инәйҙең башына биш ҡатлы йорттоң ҡыйығынан боҙ төшкән. Был күңелһеҙ хәл Беренсе Май урамындағы йорт янында була. Баҡһаң, боҙ балкон ҡыйығында йыйылған. Һөҙөмтәлә оло йәштәге ҡатындың башы йәрәхәтләнә. Тиҙ арала килеп еткән “Ашығыс ярҙам” табиптары дауаханаға алып китә уны. Беренсе ярҙам алғандан һуң ҡатынды өйөнә ҡайтаралар.

Граждандарҙы яҡлау идаралығында, ҡазаға тарымаҫ өсөн, ҡала халҡын йәйәү йөрөгән ерҙә һаҡ булырға саҡыралар, ял урындарын ҡарап ҡына һайларға кәңәш итәләр.

Шуны ла белеп ҡуйыу мөһим: балкон башына ҡыйыҡ төҙөгәнһегеҙ йә кондиционер ҡуйғанһығыҙ икән, йыйлған ҡарын һәм боҙон үҙегеҙ таҙартып торорға бурыслы, әгәр берәйһе ҡаза күрһә, фатир хужаһы үҙе яуап тотасаҡ, тип иҫкәртәләр ведомствола.

Фото: Граждандарҙы яҡлау идаралығынан.
Автор: Миләүшә Сайтакова.
Читайте нас: