Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ғинуар 2021, 17:57

Вәсиләһеҙ биш йыл...

“Эйе, танышырға теләгәндәр күп, тик миңә ҡатын ғына түгел, балаларыма әсәй булырлыҡ кеше лә кәрәк. Ә әсәй һайлауы күпкә ауыр”, – ти Илгиз.

Матур һәм моңло йырҙары менән күптәребеҙгә яҡын булған яратҡан йырсыбыҙ, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхованың беҙҙең араларҙан китеүенә бөгөн, 26 ғинуарҙа биш йыл тулды. Был турала Инстаграмда уның ире Илгиз хәтергә төшөрҙө һәм “Әсәйһеҙ биш йыл (31.12.1976 – 26.01.2016)” тип яҙҙы. Эйе, күптәр яратҡан йырсыһын, кумирҙарын юғалтыуҙы ауыр кисерҙе, 37 генә йәшлек килеш киткән йырсыны йәлләне. Ә бит иң ҡыйыны уның ғаиләһенә булды. Билдәле булыуынса, Вәсилә Фәттәхованың улы Кәрим һәм ҡыҙы Камила ҡалды. Ире ошоға тиклем өйләнмәй балаларын яңғыҙ үҫтерә. Уға был еңел булмаған эштә ата-әсәләре ярҙам итә. Тик улар өлкәнәйә. “Мине йыш ҡына берәһе менән таныштырырға, кемгәлер өйләндерергә тырышалар. Эйе, танышырға теләгән ҡатын-ҡыҙ күп, тик миңә ҡатын ғына түгел, балаларыма әсәй булырлыҡ кеше лә кәрәк. Ә әсәй һайлауы күпкә ауыр”, – ти Илгиз. Улы Кәрим әсәһен бик һағына. Атаһы белдереүенсә, малай спорт менән ҡыҙыҡһына, ә бәләкәй Камила әсәһенә оҡшап музыка ярата икән. “Ваҡыт дауалай тиҙәр, мин риза түгел. Әле һаман һыҙлай яраларым”, – ти ир. Вәсилә, тыныс йоҡла, ә яҡындарыңа сабырлыҡ... Фото: fb.ru Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: