Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ғинуар 2021, 14:05

Сабыйға ни булған?

Ҡот осҡос фажиғә Хәйбулла районында теркәлгән.

Ҡот осҡос фажиғә Хәйбулла районында теркәлгән. Йәш ата-әсәнең өс айлыҡ малайҙары вафат булған. Аяныслы хәл үткән шәмбе иртән теркәлгән. Сабыйҙың ата-әсәһе улдары йоҡлап ятҡан карауат янына килеп, уны ҡарамаҡсы була. Әммә сабый тын алмай, ул үлгән булып сыға. Хоҡуҡ һаҡсылары сабыйҙың тәнендә бер ниндәй ҙә криминал эҙ тапмаған, шуға күрә мәйетте суд-медицина экспертизаһына тапшырғандар. Белгестәр үлем осрағының сәбәбен асыҡлаясаҡ. Шулай уҡ ваҡиға урынынан простыня, балалар матрасы, мендәр һәм сабыйға тәғәйенләнгән йомшаҡ уйынсыҡ алынған. Был турала “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итә. Йәш ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға сабырлыҡ һәм түҙемлек теләйбеҙ. Яҡындарығыҙ иҫән-һау булһын, бала ҡайғыларын күрергә Хоҙай ҡушмаһын! Фото:sun-sonnik.ru Автор: Карима Усманова
Читайте нас: