Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ғинуар 2021, 12:01

Инзиләнең шул тиклем йәне көйгән...

Сәхнә йондоҙо Радик Юлъяҡшин күптән түгел һөйгәне Инзилә менән никах туйы үткәреп, “баллы ай”ҙы йылы яҡтарҙа, Африкалағы Занзибарҙа үткәреүен матбуғат саралары хәбәр иткәйне...

Беҙҙең билдәле яҡташыбыҙ, сәхнә йондоҙо Радик Юлъяҡшин күптән түгел һөйгәне Инзилә менән никах туйы үткәреп, “баллы ай”ҙы йылы яҡтарҙа, Африкалағы Занзибарҙа үткәреүен матбуғат саралары хәбәр иткәйне.
Әммә ожмах мөйөшөнә барып еткәнсе йәштәргә ҡаршылыҡтар менән дә осрашырға тура килгән. Инзилә социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә асыулы пост ҡалдырған: әйтеүенсә, Мәскәүҙәге аэропорттарҙың береһендә уның тире һәм сәс өсөн тәғәйенләнгән сараларының яртыһын тартып алғандар.
– Мәскәүҙә, контроль үткәндә, барлыҡ әйберҙәребеҙҙе ташланылар. Беҙ Занзибарға юлланғансы уҡ ял өсөн алған, ҡулдағы сумкаға һалынған косметика сараларын бушаттырҙылар. Был бик асыуымды ҡабартты, сөнки күләмдәре ҙур түгел ине. Бик тә уҫал ҡыҙ тура килде, “бөтәһен дә ташлайбыҙ” тип белдерҙе. Бындай хәл минең менән беренсе тапҡыр. Кокос майы, сәс өсөн саралар – бөтәһенән дә ҡолаҡ ҡаҡтым. Әйберҙәрем сүп һауытына осто, – тип яҙған йәш кәләш.
Юлдағы был күңелһеҙ ваҡиға йәштәрҙең кәйефен ҡырмағандыр, тип өмөтләнәбеҙ һәм ялдан имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Фото: kazanfirst.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Inzil-ne-shul-tiklem-y-ne-k-yg-n-647805/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: