Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ғинуар 2021, 14:02

Быларҙы ашамағыҙ!

Магазинда аҙыҡ-түлек һатып алғанда мотлаҡ ҡабындағы яҙыуға күҙ һалығыҙ...

Үкенескә ҡаршы, Рәсәйҙә хәҙер аҙыҡ-түлек тауарҙарын мотлаҡ сертификациялауҙы туҡтаттылар. Имеш, унан бер файҙа ла юҡ. Шуға күрә сәләмәтлек өсөн зыянлы аҙыҡтар өлөшө ҡулланыу баҙарында артҡандан-арта. Һеҙҙе шул исемлектән бер - нисә зарарлы ризыҡ, аҙыҡҡа өҫтәмәләр менән таныштырабыҙ. Натрий глутаматы Магазинда аҙыҡ-түлек һатып алғанда мотлаҡ ҡабындағы яҙыуға күҙ һалығыҙ. Натрий глутаматы (Е-326) өҫтәмәһе булған аҙыҡты алмағыҙ! Ул аҙыҡтың тәмен көсәйтеүсе зарарлы матдә. Уны хәҙер нимәгә генә өҫтәмәйҙәр, һатып алһындар ғына! Шәкәрҙе алыштырыусы матдәләр Шәкәрҙе алыштырыусы бөтә матдәләр ҙә көслө үт ҡыуҙырыу үҙенсәлегенә эйә. Үт юлдары сирҙәре менән яфаланған кешеләргә уларҙы ҡулланырға тәҡдим ителмәй, сирҙе киҫкенләштереүе мөмкин. Газлы эсемлектәрҙән айырыуса енес биҙҙәре зыян күрә. Ацесульфам (Е950) АҠШ-та табиптар тарафынан ағыулы матдә тип табылған, яман шеште ҡуҙғытыуы ихтимал. Аспартам (Е951) – сластилин, свитли, сукразид – химик яҡтан тотороҡһоҙ, 30 градус йылыла уның формальдегидҡа, метанолға тарҡалыуы бар. Цикламат (Е952) - бик күп Европа илдәрендә, АҠШ-та һатыу тыйылған, был шәрбәт бөйөрҙө бөтөрә. Ул беҙҙә арзан булғанлыҡтан, йыш ҡулланыла. Сорбит (Е420) ҙур дозала (30 грамдан ашһа) ашҡаҙан эшмәкәрлеген боҙа. Транс-жирҙар (майҙар) Транс-жирҙар яһалма юл менән алына. Шыйыҡ үҫемлек майҙары гидрогенизация һөҙөмтәһендә ҡаты майға – маргаринға, кулинария майына әүерелә. Организмға эләгеп, күҙәнәктәрҙә матдәләр алмашыныуын боҙалар, токсиндар тупланыуына булышалар һәм төрлө сирҙәргә юлыҡтыралар. 50, 61 процентлы, хатта 72,5 процентлы майҙа ла транс-жир бар, ти белгестәр. Уларҙан тулыһынса ҡотолоуы мөмкин түгел, тик шулай ҙа ошо аҙыҡтарҙы ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ: маргарин, йомшаҡ майҙар, рафинадланған үҫемлек майы, майонез, кетчуп, фаст-фуд, кулинария майы ҡулланып әҙерләнгән печенье, торт һәм пирожныйҙар, чипсы, попкорн,туңдырылған ярымфабрикаттар. Фото:Yesiltopuklar.com Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: