Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Ғинуар 2021, 18:05

Йөҙөн башҡаса йәшермәй...

2018 йылда тәүтикшереүсе ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнгән полиция хеҙмәткәрҙәрен – Ҡырмыҫҡалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең элекке начальнигы Салауат Ғәлиевте һәм Өфө районы буйынса эске эштәр бүлегенең элекке начальнигы Эдуард Матвеевты тулыһынса аҡланылар; Өфө районы буйынса эске эштәр бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы Павел Яромчук тәүҙә алты йылға хөкөм ителгән булһа, былтыр июндәге судта был ваҡытты дүрт йылға тиклем ҡыҫҡарттылар, тип хәбәр иткәйнек инде.

Был ваҡиға тотош илгә шауланы, йәмәғәтселектә төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы. Буталсыҡ ваҡиғаның осона иһә әле булһа сыҡмағандар: судтар дауам итә, сөнки зыян күргән яҡ элекке полиция хеҙмәткәрҙәре алған яза менән риза түгел. Ҡыҙ ғәйепләнеүселәрҙән 100 миллион һум аҡса талап итә. Башҡортостандың Юғары суды был эште 18 ғинуарҙа ҡабаттан ҡараны. Әммә суд тағы ла кисектерелде - сираттағы ултырыш 29 ғинуарҙа буласаҡ.
Әммә тормош дауам итә. Йәмһеҙ ваҡиғаға тарыған ҡыҙ иһә бөгөн нисек йәшәй, нимәләр менән шөғөлләнә? Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы мәғлүмәт биргән.
Гөлназ Өфөлә көн итә, ул хәҙер кешеләрҙән ҡасмай, йөҙөн йәшереүҙән туҡтаған. Уның матур йырлауы мәғлүм. Асыҡланыуынса, ҡыҙ ошо йүнәлештә артабан да шөғөлләнә, музыкаль альбом әҙерләй, тигән хәбәр ҙә бар.
Ул социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙемләшкән: төрлө фотолар ҡуя, унда тормош күренештәре, сәйәхәттәр һәм ҡыҙҙарға хас башҡа һүрәттәр бихисап. Элекке полицейскийҙарға килгәндә, улар йорт һағы аҫтында ҡалыуын дауам итә.
Фото: геройҙың социаль селтәрҙәге шәхси битенән.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас: