Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Ғинуар 2021, 20:50

Бисараны ҡотҡарған

Красный Холм ҡасабаһынан алыҫ булмаған ерҙә Радмир исемле егет һыуыҡтан туңып ҡатҡан этте күреп ҡала. “Нефтекама24” порталы аҙағы хәйерле тамамланған ошо ваҡиға хаҡында һөйләгән.

Радмирҙың әйтеүе буйынса, ул көндә 22 градуслыҡ һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, саф һауаға йүгерергә сыға. Юл ситендә бөршәйеп ятҡан йән эйәһен күреп, егет туҡтарға була. Тәүҙә берәй ҡоторған төлкө түгелме икән, тигән уй ҙа башына йүгерә. Шулай ҙа яҡын килеп ҡарай.
Баҡһаң, өшөүҙән өрөргә лә хәле булмаған эт икән. Хайуанды йәлләгән егет уйлап тормай, уны күтәреп ауылға алып ҡайтып китә. Юл ыңғайында таныш водителде осрата, ул этте ветеринария клиникаһына илтергә ярҙам итә.
Табиптарҙың әйтеүенсә, эткә 14-15 йәш тирәһе, бөтә тормошон тиерлек бәйҙә үткәргән булырға тейеш, ә урамда яңғыҙы ҡалғас, сүп-сар урындарында туҡланған. Нимәлер ашап ағыуланған, тән температураһы юғары, ауырлығы норманан ҡайтыш, бик ябыҡ. Табиптар эттең организмы ныҡлығына, сирҙәрҙе еңеренә ышана.
Радмир яңы дуҫына Лаки тип исем ҡушҡан һәм өләсәһе йәшәгән шәхси йортҡа алып килгән. Өләсәһе ғүмер буйы үҙендә эттәр тотҡан, тәрбиәләй белә. Ирекмәндәр, таныштары Лаки өсөн аҡса йыйып, вольер алып биргән. Ә егет үҙе дуҫын дауалау, уның өшөп туңған аяҡтарын һауыҡтырыу өсөн хәстәрлек күрмәксе.
Радмир Миниғәлиев фотоһы.
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: