Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Ғинуар 2021, 18:20

Файҙалы кәңәштәр

Балаларҙы нисә йәштән спортҡа йәлеп итергә мөмкин?

Спорттың файҙалы булыуы бәхәсһеҙ. Ләкин балаларҙы уға ҡасан йәлеп итергә мөмкин һуң? Италия ғалимы Альберто Виллани әйтеүенсә, бала саҡтағы физик әүҙемлек киләсәктә кешен йөрәк-ҡан тамырҙары, һимереү, шәкәр, тын юлдары, астма һәм башҡа ауырыуҙарҙан һаҡлаясаҡ. Табип фекеренсә, бала нормаль һәм сәләмәт булып үҫһен өсөн ҡайһы бер ябай ғына кәңәштәргә ҡолаҡ һалыу ҙа етә.
Йөҙөү менән кесе йәштән үк шөғөлләнерг мөмкин. 3 йәшендә бала үҙенең барлыҡ мускулдарын да эшкә егә ала һәм был йәштә уға етди йәрәхәттәр алыу ҡурҡыныс янамай. 5 йәштән иһә баланы гимнастикаға бирергә була, әлкин күнекмәләр көсөргәнешле булырға тейеш түгел.
Футболды балалар бки ярата, ләкин уның менән 6 йәштән генә шөғөлләнергә мөмкин, ти белгестәр. Ә бына саңғыға 4 йәштән үк баҫтырырға мөмкин икән.
6-7 йәштән балағыҙҙы көрәш секцияларына бирә алаһығыҙ. Был физик үҫешкә ыңғай тәьҫир итеүҙән тыш, координацияны ла яҡшырта. Теннис һәм фехтование менән 7-8 йәштән дә иртәрәк башларға кәңәш ителмәй. Былары балаға умыртҡа һөйәген нығытырға ярҙам итәсәк. Баскетбол һәм волейбол менән шөғөлләнеү моториканы үҫтереүҙе талап итә, улар менән 10-11 йәштән шөғөлләнә башларға мөмкин.
Виллани әйтеүенсә, дүрт-биш йәштән спортҡа бирергә ниәт иткәндә, балаға үҙ тәнен һәм физик мөмкинлектәрен тойорға ярҙам итә торған спорт төрҙәренә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. 7-8 йәштән иһә һөнәри рәүештә спортҡа “сумырға” була. Педиатрҙар әйтеүенсә, спорттың команда төрҙәре тәртипкә һәм коллектив менән эшләргә өйрәтә.
Читайте нас: