Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Ғинуар 2021, 16:00

Балалар баҡсаһында бомж йәшәгән

11 көн дауам иткән Яңы йыл байрамдары һиҙелмәйенсә үтеп тә китте. Бөтә ерҙә һиллек “тантана итте”, тап ошо осорҙа күп ойошма-учреждениелар бушап ҡалды, шул иҫәптән, мәғариф усаҡтары ла. Ысынында шулай булдымы икән?

11 ғинуар иртә менән балалар баҡсаһына эшкә ашыҡҡан тәрбиәсе “Айыуҡай” төркөмөнә инеп ен-пәрейгә оҡшаған нимәнелер күргәс, ҡото осоп кире урамға йүгергән.
– Иртәнге сәғәт 7-гә эшкә килдем, балалар йоҡлаған бүлмәлә утты ҡабыҙҙым, – тип һөйләй тәрбиәсе Алина. – Һаҫыҡ еҫ таралған һәм бүлмәне елләтәйем тип тәҙрәне асайым, тиһәм... Йылытыу батарейкаһы янындағы карауатта бесәй кеүек йомарланып ятҡан берәүҙе күреп йөрәгем ярылырҙай хәлгә еттем. Күҙемә күренәме? Әллә был төшмө? Саҡ ҡына ҡыбырҙаны был, шул саҡ һаҡсы янына нисек йүгергәнемде хәтерләмәйем.
Баҡтиһәң, балалар баҡсаһындағы запас ишек шпингалетҡа эленмәгән, йоҙаҡҡа бикләүҙе әйтәһе лә түгел. Тәрбиәсе ярҙамсыһының ҡайһыныһылыр ишекте асып балаҫ ҡаҡҡан да, уны кире ябырға онотҡан. Шулай итеп, балалар баҡсаһының запас ишеге ике аҙнаға яҡын бикһеҙ торған.
Был турала асарбаҡ нимә һөйләй? Ул элек ошо балалар баҡсаһының подвалында, ундағы тишекте көпләгәнгә хәтлем, йыш ҡунған. Теге ваҡыт подвалды тикшерергә булған. Кемдеңдер запас ишектән инеп-сығып йөрөгәнен күҙәткән. Һәм Яңы йыл төнөндә бында инеп боҫҡан. Эргәләге контейнерҙа соҡсонорға тышҡа сығып йөрөгән, берәү ҙә шәйләмәгән, һаҡсыны телгә алыу артыҡ.
Автор: Ильдар Акьюлов.
Читайте нас: