Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Ғинуар 2021, 19:02

"Былар менән һаҡ булырға кәрәк"

Һуңғы арала йәмғиәтселекте шаулатҡан һүрәттәр хаҡында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ниндәй фекерҙә?

Һуңғы арала башҡорт йәмғиәтен шаулатҡан ваҡиға – Өфө рәссамы Алена Савельева һәм уның һүрәттәре хаҡында ишетмәгән кеше ҡалмағандыр. Алена Савельева үҙенең һүрәттәрендә башҡорт ҡыҙҙарын һәм егеттәрен ярым шәрә һәм шәрә килеш һүрәтләй. Һүрәттәрҙе үҙ-ара дөйөмләштергәне, ошо сәбәпле янъял ҡуптарғаны – һәр бер “картинала” кешеләр ярым шәрә булһа ла, милли кейемдәребеҙгә уралған: береһендә башҡорт ҡыҙының түшелдеректе бил тәңгәленә тағыуы, был биҙәүестән башҡа уның өҫтөндә бер кейемдең дә булмауы һүрәтләнә. Башҡорт йәмғиәтселегенең, улай ғына түгел, Башҡортостанда йәшәгән башҡа милләт вәкилдәренең дә асыуын, ярһыуын яҡшы аңларға мөмкин. Был ваҡиға күп фекерҙәр тыуҙырҙы, билдәле сәнғәт, йәмәғәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәре социаль селтәрҙәрҙә үҙ һүҙҙәрен әйтте. Янъял Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың иғтибар үҙәгенән дә ситтә ҡалманы. “Был - минең шәхси фекерем, хаталаныуым да мөмкин. Милли кейем элементтарын, был осраҡта башҡорт милли кейемдәрен, былай төшөрөп ҡуйыу – ул мыҫҡыллау билдәһе. Был ханым аңламаймы икән – күп ҡатын-ҡыҙҙар, шул иҫәптән, башҡа милләт вәкилдәре өсөн дә был үтә мөһим. Минең фекерем – был хайуандарса. Цензура менән шөғөлләнмәйем, был кешегә Алла үҙе хаким. Шулай ҙа барыһына ла, шул иҫәптән, бында ултырыусыларға әйтер һүҙем шул: бындай нимәләр менән һаҡ булайыҡ. Милли мөнәсәбәттәрҙә сиктәр ҡылдан нәҙек булыусан. Бер нимәгә лә әйҙәмәйем, әммә рәссамдың был ҡылығын мыҫҡыллау тип һанайым. Шуға күрә лә бындай осраҡтарҙа һаҡ булыуығыҙҙы үтенәм”, – тине республика етәксеһе бөгөнгө оператив кәңәшмәлә. Фото: www.culture.ru Автор: Айгөл Йәмилева Присоединяйтесь к обсуждению новости в наших группах: Вконтакте, Одноклассники, Facebook.
Читайте нас: