Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Ғинуар 2021, 12:49

Радик Юлъяҡшинды никахы менән ҡотлайбыҙ!

"Ул тәҡдим яһаны", "Ул ризалашты"... Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙо бөгөн ғүмеренең иң иҫтәлекле мәлен кисерә.

Ниһайәт, күптәр көткән ваҡиға булды: бөгөн Ҡазан ҡалаһында Радик Юлъяҡшин һөйгән ҡыҙы Инзилә Фәтхетдинова менән никах уҡытҡан.
Йәштәр үҙҙәренең бәхетле миҙгелен һүрәтләгән фотоларҙы Инстаграм сәхифәһенә ҡуйған. Уларҙы "Ул тәҡдим яһаны", "Ул ризалашты" кеүек яҙыуҙар биҙәй.
Күп ҡыҙҙарҙың йөрәген яндырған Элвин Грейҙың һөйгән йәре - "Татар ҡыҙы" конкурсында ҡатнашҡан 21 йәшлек Ижевск һылыуы Инзилә Фәтхетдинова. Йәштәр күптән осрашып йөрөгән.
Никахлашҡан йәш парҙы беҙ ҙә иҫтәлекле көндәре менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, бәхетле ғаилә тормошо теләйбеҙ.
Фото: Инстаграм.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: