Даирә
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Ғинуар 2021, 10:02

Иң күбе башҡорттар булған!

Рәсәйҙә 1897 йылда үткән беренсе халыҡ иҫәбен алыу сараһының Өфө губернаһы буйынса материалдары менән танышып сығырға тәҡдим итәбеҙ.

Билдәле тарихсы, Башҡортостан Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин халыҡ иҫәбен алыу темаһы менән бик ҡыҙыҡһына һәм әленән-әле яңы, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр биреп тора. Бөгөн 1897 йылғы беренсе Дөйөм Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың Өфө губернаһы буйынса материалдары менән таныштырмаҡсыбыҙ. Өфө губернаһы Рәсәй империяһы сенаты указы буйынса 1865 йылдың 31 майында Ырымбур губернаһын икегә бүлеү юлы менән барлыҡҡа килгән. Уның составына Бәләбәй, Бөрө, Златоуст, Минзәлә, Стәрлетамаҡ, Өфө өйәҙҙәре инә. Административ үҙәге булып Өфө ҡалаһы тора, бында 1865 йылға тиклем Ырымбурҙың граждандар губернаһы резиденцияһы урынлашҡан. Өфө губернаһының майҙаны 122011,3 квадрат метр тәшкил иткән. XIX быуат аҙағында рус географы һәм статист П.П. Семенов-Тян-Шанский Рәсәй халҡының дөйөм иҫәбен алырғә кәрәк тигән башланғыс менән сыға. Был уйҙы батша хөкүмәте яҡлай. Рәсәй империяһында тәүге халыҡ иҫәбен алыу 1897 йылдың 28 ғинуарында (яңы стиль буйынса 9 февралдә) үткәрелә. Ул бер көндә бөтә биләмәлә кешеләрҙән һорау алыу булараҡ ойошторола. Положениеһына ярашлы, халыҡ иҫәбен алыу программаһы 14 һорауҙан тора: 1) исеме; 2) ғаилә хәле; 3) хужалыҡ башлығына мөнәсәбәте; 4) енесе; 5) йәше; 6) сословие йәки социаль хәле; 7) дине; 8) тыуған урыны; 9) теркәлеү урыны; 10) даими йәшәгән урыны; 11) туған теле; 12) грамоталылығы; 13) мәшғүллеге; 14) физик етешһеҙлектәре. Иҫәп алыу ҡағыҙҙары 20-нән ашыу телгә тәржемә ителгән, тик мотлаҡ руссаһы ла булған. 1897 йылғы иҫәп алыу Рәсәй империяһындағы беренсе һәм берҙән-бер дөйөм халыҡ иҫәбен алыу сараһы иҫәпләнә. Уның һөҙөмтәләре 89 том булып 119 китапта баҫыла. Йән иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, Өфө губернаһында дөйөм халыҡ һаны 2 миллион 196 мең 942 тәшкил итә. Был һандар буйынса, губерния күп кеше йәшәгән төбәк тип иҫәпләнгән. Ҡала халҡы дөйөм иҫәптең 4,88 процентын тәшкил иткән. Иң ҙур ҡалалар булып Өфө (49275 кеше), Златоуст (20502 кеше) һәм Стәрлетамаҡ (15550) иҫәпләнгән. Этник составҡа килгәндә, ул да бик бай булған. Губернала 18 телдә һөйләшкән халыҡ йәшәгән. Тик һан буйынса иң ҙур этнос булып аҫабалар – башҡорттар иҫәпләнгән. “Өфө губернаһында йәшәгәндәр араһында беренсе урынды абсолют күпселек менән башҡорттар яулаған. Улар дөйөм халыҡтың 40,98 процентын тәшкил иткән. Рустар икенсе урынды биләгән: дөйөм иҫәптең 37,97 проценты”, - тип һығымта яһаған статистар. Башҡорттар - 899 мең 910, рустар 834 мең 135 кеше булған. Өсөнсө урынды татарҙар биләгән. Туған телен татар тип билдәләгән кешеләр - дөйөм иҫәптең 8,41 проценты (184 мең 817 кеше). Артабан 3,69 процент менән мариҙар (80 мең 608 кеше), 2,76 процент менән сыуаштар (60 мең 616 кеше), мордвалар (1,69 процент), удмурттар (1,02 процент) теркәлгән. Шуныһы ҡыҙыҡ, халыҡтың 1,82 проценты (39 мең 955 кеше) үҙҙәренең туған телен типтәр тип белдергән. Улар – XVII – XX быуат башындағы Башҡортостандың социаль төркөмө. Араларында тәүҙә ергә хоҡуғынан мәхрүм ителгән башҡорттар булған, аҙаҡ күсеп йөрөү арҡаһында Урта Волга буйынан килгән мари, мордва, татар, сыуаш, удмурттар өҫтәлгән. 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙан күренеүенсә, типтәрҙәрҙең бер өлөшөндә (башлыса башҡорт һәм татарҙарҙан сыҡҡандар) XIX быуат аҙағында оҡшашлыҡтар килеп сыҡҡан. Был 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу материалдары менән дә дәлилләнә. Ул саҡта ла улар үҙ милләтен типтәрҙәр тип күрһәткән. Артабанғы иҫәп алыуҙарҙа уларҙы башҡорттар һәм татарҙар составына индергәндәр. 1897 йылғы иҫәп алыуҙа Өфө губернаһынан 20957 кеше туған телен мишәр тип яҙҙырған. Улар - XVI – XX быуат башындағы төрки телле этнос. Бик күп тикшеренеүселәр (В.В. Вельяминов‑Зернов, В.В. Радлов, А.Ф. Можарский, С.П. Толстов һәм башҡалар) мишәрҙәрҙе “мещера” фин-уғыр ҡәбиләһе тоҡомо тип иҫәпләй. Б.А. Куфтин, И. Переньи, Т. Тибор – мадъяр-венгр ҡәбиләһенән тип уйлай. Башҡа төрлө фараздар ҙа күп. Башҡортостан биләмәһендә мишәрҙәр XVI быуаттың икенсе яртыһында килеп сыға. Күптәре башҡорттарҙың ерҙәрендә килмешәктәр сифатында төпләнгән. Татар АССР-ы барлыҡҡа килеү менән мишәрҙәр татар милләте иҫәбенә субэтник төркөм булараҡ индерелә. Совет халыҡ иҫәбен алыу материалдарында улар татар булараҡ теркәлә. 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, башҡа телдәрҙә һөйләшкән кешеләр һаны биш меңдән ашмаған. Улар араһында украиндар, латыштар, немецтар, поляктар, йәһүдтәр, эстондар, белорустар һәм башҡалар булған. 2070 кеше туған теле тип – төркмән, 521-е төрөк телен билдәләгән. Был дәлилдәрҙе артабан өйрәнеү талап ителә. Шулай итеп, 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Өфө губернаһында иң күп һанлы этнос булып аҫаба башҡорттар торған - 40,98 процент (899 мең 910 кеше). Бәләбәй (53,78 процент) һәм Бөрө (52,69 процент) өйәҙҙәрендә дөйөм халыҡтың иң ҙур өлөшөн тап башҡорттар биләгән. Ҡалған дүрт өйәҙҙә иҫәп буйынса улар - рустарҙан ҡала икенсе урында. Өфө өйәҙендә - 30,7, Минзәләлә - 32,38, Златоуста - 27,69, Стәрлетамаҡта 35,37 процентты башҡорттар тәшкил иткән. Өфө губернаһында икенсе урынды рустар биләгән - 37,97 процент, йәки 834 мең 135 кеше. Златоуст һәм Өфө өйәҙҙәрендә улар һан буйынса беренселектә. Шулай уҡ Стәрлетамаҡта, Минзәләлә күп йәшәгәндәр. Бөрө һәм Бәләбәйҙә башҡорттарҙан ҡала икенсе урында булғандар. 1897 йылғы халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса, Өфө губернаһында татарҙар йәки туған телен татар теле тип иҫәпләгәндәр 8,41 процент (184 мең 817 кеше) тәшкил иткән. Бөрө өйәҙендә уларҙың һаны бер проценттан да артмаған (0,47 процент). Златоуста - 1,05, Өфө өйәҙендә - 1,21, Стәрлетамаҡта - 6,17, Бәләбәйҙә - 11,26 процент. Үҙҙәрен татар тип һанағандарҙың күпселеге Минзәлә өйәҙендә йәшәгән - 28,17 процент. Тик барыбер улар рустарҙан (32,57 процент) һәм башҡорттарҙан (32,38 процент) ҡалышҡан. Күренеүенсә, Рәсәй империяһында 1897 йылдағы беренсе Дөйөм Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың Өфө губернаһы буйынса мәғлүмәттәре бик ҡыҙыҡлы һәм артабан да өйрәнеүҙе талап итә. Фото: Башҡортостандың Милли архивы. Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в