Архив документтарына ярашлы, Башҡортостандың һәм Татарстандң халыҡ артисы Хәниә Фәрхиҙең ата-бабалары Башҡортостандағы Себер даруғаһының Танып олоҫо Ҡайпан түбәһе Бүлеғарт-Ҡайпан ауылынан аҫаба башҡорттар булған. Билдәле яҡташыбыҙҙың XVIII быуат аҙағындағы шәжәрәһе түбәндәгесә булған: Сәхәб – Рәхимғол – Тәүәбил – Әһлетдин – Саҙрислам – Әж-Мөхәммәд – Фәрхелислам – Хәниә. №1. 1917 йылдағы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы һәм ер иҫәбен алыуҙың Йорт башы карточкаһы: Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе, Үрге Тәтешле улысы, Үрге Сәләй ауылы. Документтарҙы уҡыу: Йорт хужаһы фамилияһы һәм исеме: Сәҙрислам Әзмөхәмәт Милләте: башҡорт Ҡатламы: аҫаба крәҫтиән Ир-егеттәр, йәше: хужа – 28 Ҡатын-ҡыҙҙар, йәше: ҡатыны – 20, ҡыҙ – 0, ир туғаны – 8. №2. Ырымбур дини мосолман ойошмаһының Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Бүлеғарт–Ҡайпан ауылының 1889 йыл өсөн метрика кенәгәһе. Документтарҙы уҡыу: №12: Баланың исеме: Әж-Мөхәммәт (Әжмөхәммәт) Тыуыу датаһы: 1889 йылдың 8 сентябре. Ата-әсәһе: атаһы – башҡорт Сәҙр-әл-Ислам, улы Әһле-д-Динә. Әсәһе – Васфи-Камал, ҡыҙы Әбдел-Ғәни. Тыуған урыны: Бүлеғарт-Ҡайпан. №3. Ырымбур өлкәһендәге Бөрө өйәҙе 13-сө Башҡорт кантонының 14-се йортона ҡараған Бүлеғарт-Ҡайпан ауылының 1859 йылдың 26 июлендәге Рәүиз китабы. Документтарҙы уҡыу: Башҡорттар, мишәрҙәр һәм типтәрҙәр: Әһлетдин Тәүәбилев (26 йәш), Уның улдары: Шәйхи-Ғәли (7йәш), Сәҙрислам (2 йәш). №4. Бөрө өйәҙе Бүлеғарт-Ҡайпан ауылы буйынса 1834 йыл өсөн Рәүиз китабы. Документты уҡыу: Башҡорттар: Рәхимғол Сәхәпов (74 йәш), Уның улы Тәүәбил (24 йәш), Тәүәбилдең улдары Әһлетдин (5 йәш), Минғәзитдин (2 йәш). Һуңғы ваҡытта шәжәрәне асыҡлау мөмкинлеге биргән тарихи документтарҙың асылыуы беҙгә күп мәғлүмәттәр менән танышыу мөмкинлеге бирҙе. Тамырҙарығыҙҙы белгегеҙ килһә, “Башархив” проекты аша (https://basharchive.ru/) таныша алаһығыҙ. Фото: Twitter Автор: Рәмилә Мусина