"Төлкөмдө күрһәгеҙ, ҡурҡмағыҙ! Иң мөһиме - йәберләмәгеҙ, - тип мөрәжәғәт иткән ҡыҙ 11 ғинуарҙа социаль селтәрҙәр аша ҡала халҡына. - Афинананың нисек, ҡасан сығып ҡасҡанын үҙебеҙ ҙә һиҙмәй ҡалдыҡ, зинһар, ярҙам итегеҙ".
Фотоларҙан күренеүенсә, ысынлап та, төлкө ҡулға эйәләшкән, фатир эсендә диванда ята, хатта "ҡул"ын бирә.
Ҡала урамдарында төлкө йүгереп йөрөгәнен күрһәгеҙ, Алла М.-ға мөрәжәғәт итеү һорала. Хужбикәһе йәнлек өсөн бик борсола, урамда йәшәүгә яраҡлашмаған, һәләк буласаҡ, ти ул.
Йорт хайуандарын ҡулға эйәләштереп, дуҫ булып йәшәү ҡәҙимге хәл. Ә бына ҡыр йәнлектәре менән бер фатирҙа йәшәүе кеше өсөн дә, иркенлек өсөн тыуған йәнлектәргә лә ғазап түгелме икән? Һеҙ нисек уйлайһыҙ?
Фото социаль селтәрҙән.
Автор: Миләүшә Сайтакова