Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Ғинуар 2021, 16:05

Һалдат ҡайҙа ла һалдат инде...

Йәш кешенең һалҡын ҡанлылығы һәм етеҙлеге кеше ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән. Ваҡиға Туймазы ҡалаһындағы банк бүлексәһендә була.Банк коридорында бер егеттә эпилепсия өйәнәге башлана.

Бәхетле осраҡлыҡ буйынса, яҡында ғына 21 йәшлек Альберт Тимербаевтың булыуы ауырыуҙың ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итә. Был хаҡта Туймазыла йәшәүселәр социаль селтәрҙә хәбәр итә.
“Альберт Тимербаев егеткә тәүге медицина ярҙамын күрһәтте. Банк хеҙмәткәре Ольга ла хәлде яҡшы аңлап, йәһәт кенә ҡалаҡ килтерә һалды,” - тип яҙа Туймазы ҡыҙы Лилиә Шәмсетдинова. Альберт бәләгә тарыған егеттең ауыҙын асып, телен ҡалаҡ менән өйәнәк тамамланғансыға ҡәҙәр ҡыҫып тота. Аҙаҡ егетте креслоға ултырта һәм “Ашығыс ярҙам” килгәс, уны машинаға тиклем оҙатып ҡуя. Альберт Тимербаев Түбәнге Троицк ауылында йәшәй, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү ҡағиҙәләрен мәктәптә уҡығанда уҡ үҙләштерә һәм күнекмәләрҙе армия хеҙмәтендә нығыта.
Фото:Vk.com
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: