Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Ғинуар 2021, 22:25

2021 йыл Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде.

Садыҡов Ильяс Яҡуп улына 2020 йылдың 2 октябрендә 85 йәш тулды. Ул оло тормош юлы үткән, ғүмере буйы кеше араһында ҡайнап йәшәгән, бай тәжрибә һәм аҡыл туплаған, ихлас, кешегә хәстәрлекле, ярҙамсыл кеше. Тормош иптәше Зилә апай менән дүрт бала үҫтереп оло юлға баҫтырған. Әле ҡартатай булыу шатлығын кисерә. Донъя ауырлыҡтарына зарланмайса, тормош мәшәҡәттәренә бирешмәйсә, булғанына ҡәнәғәт булып донъя көтә ул.

Ильяс ағай: “Хәрәкәттә – бәрәкәт”, - тип йәшәй. Һаулыҡ уның өсөн иң ҡәҙерлеһе. Йәш саҡтан килгән ғәҙәтен, спорт менән шөғөлләнеүҙе, ташламай: йәйен һыуҙа йөҙә, ҡышын саңғыла йөрөй. Ильяс ағайға киләһе йылдарҙа ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, балалар шатлығы теләйбеҙ. Йәш быуынға өлгө булып оҙаҡ йәшә.
Зифа Ибраһимова.
Читайте нас: