Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Ғинуар 2021, 12:42

Өсөнсө ай туғандары ут йота

Бер дуҫы шылтыратып, Азаттың Өфөлә аниме менән ҡыҙыҡһынған яңы дуҫтар тапҡаны хаҡында хәбәр иткән...

Өфө районы Искин ауылынан 20 йәшлек Азат Әминевте әлеге көнгә тиклем таба алмайҙар. Ул 15 октябрҙән бирле юҡ.
Һуңғы тапҡыр егетте бер туғаны автобуста күргән, уның менән барыһы ла яҡшы кеүек булған. Һеңлеһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, Азат беренсегә генә юғалмай икән, тик береһендә лә был тиклем оҙаҡҡа киткәне булмаған. "Дуҫтары нимәлер белә кеүек, тик өндәшмәйҙәр", - тигән ҡыҙ. Шулай ҙа береһе бәйләнешкә сығып, уға шуларҙы хәбәр иткән: "Азат Өфөлә аниме менән ҡыҙыҡһынған яңы дуҫтар тапҡан. Уның шулар менән булыуы бик ихтимал".
Шулай уҡ егеттең Башҡортостан ҡалаларында ғына түгел, төбәктән ситтә булыуы ла мөмкин, сөнки юғалырҙан алда республиканан күсеп китергә теләге барлығы тураһында ла һөйләгән.
Әлеге мәлдә егетте туғандары, яҡындары һәм ирекмәндәр эҙләй. Уның һеҙҙең тарафтарҙа ла булыуы ихтимал. Шуның өсөн билдәләренә иғтибар итегеҙ, зинһар: буйы - 180 см, уртаса кәүҙәле, сәсе асыҡ һоро, күҙҙәре һоро төҫтә. Өҫтөнә ҡара куртка, ҡара джинсы салбар, аяғына ҡара кроссовка кейгән.
Ниндәй булһа ла мәғлүмәткә эйә икәнһегеҙ, ирекмәндәргә - 88007005452 йәки экстрен хеҙмәткә - 112 һандарына шылтыратыуығыҙ һорала.

Фото: "Лиза-Алерт" төркөмөнән.
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: