Баҡтиһәң, хәҙер исеме тотош илгә таныш яҡташыбыҙ проекттан һуң дауалана. Конкурс ваҡытында ул сирләгән һәм тауыш ярыларын өҙгән икән. “Был финалда ғына түгел, барлыҡ тура эфир һуҙымында дауам итте. Минең менән фониатр эшләне. Тамағыма дарыу һалдылар, шуға бик ауыр булды. Тормош мине ныҡлыҡҡа һынарға теләне, ахыры. Әммә мин барыһын да еңеп сыҡтым. Әле һаман дауаланам һәм тиҙҙән һауығырмын һәм йырлай башлармын тип өмөт итәм”, – тп белдергән “Тауыш” проектында еңгән илдәге иң йәш ҡатнашыусы.
Әйткәндәй, Яна Ғәббәсова Яңы йыл байрамында тыуған Нефтекама ҡалаһында йәшәгән ата-әсәһе, туғандары, яҡындары, дуҫтары эргәһенә ҡайтҡан.
Фото: Инстаграм.
Автор: Айһылыу Низамова.