Бөгөн көндөҙгө 14.00 сәғәттә республикала ҡурҡыныс юл фажиғәһе теркәлде. Кропачево-Мәсәғүт-Ачит автотрассаһының 36-сы километрында ике Ford Transit автобусы ҡапма-ҡаршы бәрелешә. Республика ЮХХДИ-һынан хәбәр итеүҙәренсә, автобустарҙың береһе Оло Ыҡтамаҡтан Өфөгә, икенсеһе шул уҡ маршрут буйынса ҡаршы йүнәлештә хәрәкәт иткән булған. Юл фажиғәһендә алты йәшлек бала һәм бер ҡатын һәләк була, 11 кешегә медицина ярҙамы талап ителә. Юл һәләкәте сәбәбен асыҡлау буйынса тикшереү бара. Республика ЮХХДИ-һы иҫкәртә: тиҙлекте арттырмағыҙ, хәүефһеҙ дистанция һаҡлағыҙ. Буран шарттары юлда күренеү һәләтен ныҡлы кәметә, шуға күрә башҡа машиналарҙы ҡыуып үтеү кеүек маневрҙар яһамағыҙ. ЮХХДИ фотоһы. Автор: Римма Султанова