Даирә
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Ғинуар 2021, 21:20

Ҡос осҡос аварияла ике бала һәләк булған

Бөгөн көндөҙ Башҡортостанда, Өфө – Ырымбур трассаһының 217-се километрында ҡот осҡос авария булған.

ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡапма-ҡаршы килгән Mitsubishi Lancer менән Hyundai Solaris бәрелешкән. Авария Күмертау ҡалаһы янында була.
Мәғлүмәттәр буйынса, аварияла өс кешенең ғүмере өҙөлгән. Иң аяныслыһы: уларҙың икәүһе – бәләкәй бала. Hyundai Solaris автомобилендәге ете йәшлек ҡыҙыҡай һәм һигеҙ йәшлек малай һәләк булған. Был автомобилдең 35 йәшлек водителе менән пассажирын дауаханаға алып киткәндәр. Шулай уҡ Mitsubishi Lancer автомобилендә ултырған 35 йәшлек ҡатындың да ғүмере өҙөлгән. Дөйөм алғанда, биш кеше йәрәхәтләнгән. Уларҙың өсәүһе - балалар. Уларҙың ҡайһы машинала ултырыуы әлегә билдәле түгел. Балаларын юғалтҡан ата-әсә менән эшләү өсөн дауаханаға психолог йүнәлтелгән.
Әлеге ваҡытта аварияның сәбәптәре һәм һәләк булғандарҙың шәхесе асыҡлана.
Әйткәндәй, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән иҫкәртеүҙәренсә, һауа торошо боҙола. Урыны менән ҡар яуа, буран сыҡҡан, боҙлауыҡ. Шулай уҡ юлдарҙа күреү алыҫлығы насар. 500 метрҙан алыҫыраҡ бер нимә лә күренмәй. Бындай һауа торошо бөгөн һәм алдағы бер нисә көндә дауам итәсәк.
Оҙайлы байрамдарҙан һуң хәҙер күптәр ҡалаға киләсәк. Юлдарҙа үтә иғтибарлы булырға, һауа торошон иҫәпкә алып йөрөргә кәңәш итәбеҙ. Тиҙлекте арттырмағыҙ, хәүефһеҙ дистанция ҡалдырырға онотмағыҙ. Бының кеүек ҙур фажиғәләргә юл ҡуйылмаһын ине.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: