Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Ғинуар 2021, 18:20

Ҡайнар һыуҙа ҡамыр баҫығыҙ!

Ошо универсаль ҡамырҙы билмән, чебурек, варениктар өсөн ҡулланырға мөмкин. Шул тиклем тәмле һәм йомшаҡ килеп сыға - эшләп ҡарағыҙ!

Шулай итеп, һығылмалы, ҡулда уйнап торған шәп ҡамырҙы эшләү өсөн түбәндәге ингредиенттарҙы алырға кәрәк:
1 йомортҡа, тоҙ, 3 стакан он, 1 аш ҡалағы үҫемлек майы, 1 стакан ҡайнар һыу.
Әҙерләү өсөн йомортҡаға тоҙҙо ҡушабыҙ һәм сәнскес менән туғып ҡабартабыҙ. Унан 3 стакан ондо һәм 1 ҡалаҡ үҫемлек майын ҡушабыҙ.
Яҡшылап болғатҡас, бер стакан ҡайнар һыу өҫтәйбеҙ. Ҡурҡмағыҙ, елемгә әйләнмәйәсәк!
Тәүҙә ҡалаҡ менән болғайбыҙ, унан ҡул менән баҫабыҙ.
Ҡамыр әҙер! Йәнегеҙ теләгән эслек алып, тәмлекәстәр бешерергә тотонорға була!
Фото: i.pinimg.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: