Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Ғинуар 2021, 16:33

Их, шул саҡта мөғжизәгә тарығанымды аңлаған булһам!..

"Нимә был: өләсәйем һөйләгән ахырызаман ошолай башланамы әллә?!" Ҡотом осоп, йүгерә башланым. Артымдан – әхирәттәрем...

Ауылға туғандар янына ҡайтҡанда күрше инәйҙе күреп китеү, уның менән һөйләшеп ултырыу - бер кинәнес. Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаһа ла, бик теремек, зирәк аҡыллы, бөтмөр ул Ғәлимә инәй. Балалары янына ҡалаға күсмәй, үҙ донъяһын имләп-йәмләп йәшәй бирә. Ҡош-ҡорт та, һыйыр ҙа тота. Өйө лә, ихата эсе лә һәр саҡ бөхтә, йәй аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп ултыра. Дин, кешелеклелек, әҙәп ҡанундары буйынса йәшәгән инәйҙең тормошо ифрат фәһемле лә, бай йөкмәткеле лә. Кешене уның әйткән бер-ике ауыҙ һүҙенән, ҡылығынан, хатта күҙ ҡарашынан баһалай алғаны иһә һоҡландыра, уйға һала. Был һәләтенең бер әтнәкәһе барҙыр, кешене үтәнән-үтә күрә микән әллә, тип уйлап, ғәжәпләнеүҙән туҡтамайһың. Ғәлимә инәй иһә был фаразға йылмайып ҡына ҡуя, эйе лә, юҡ та тип әйтмәй. Шулай бер һөйләшеп ултырғанда инәй үҙ тормошоноң иң сағыу, ғүмергә хәтеренә уйылып ҡалған бер мәлен бәйән итте. – Бик йәш инек әле ул саҡта. Йәй мәле, – тип һөйләй башланы инәй. – Шул иҫемдә ҡалған: ураҙа ваҡыты ине. Уныһын нилектән беләм, тиһәң, өләсәйем һәр саҡ дин тотто, көнөнә биш намаҙын ҡалдырманы. Бер эшен дә, ашын да “бисмилла”һыҙ башламаҫ ине. Беҙгә лә ипләп кенә һеңдерергә тырышҡан, пәйғәмбәрҙәр тураһында бәйән иткәнен әкиәттәй күреп тыңлай инек. Ниәтләнгән эштәр тураһында һөйләгәнебеҙҙә: “Аллам бирһә, балам, эйе, шулай булһын” тип йөпләп ҡуйғаны, үҙебеҙҙе ҡосаҡлап һөйгәндә “Иманлы, тәүфиҡлы булығыҙ, ҡошсоҡтарым!” тигәне күңелгә уйылып ҡалған. Уның балитәкле күлдәген, камзулын кейеп, аҡ яулығын яҙып ябынып, ҡунаҡҡа киткән мәлдәре матур бер күренеш булып һаман күҙ алдында тора... Ул йәйҙә өләсәйем юҡ ине инде. Әммә уның бер нисә әхирәте, ураҙа тотҡан инәйҙәр – беҙҙе, беҙ уларҙы ташламаныҡ, ҡатышып, ярҙам итеп йәшәнек. Улар аша ошо мәл ураҙа ваҡыты икәнен белә инем. Йәмле йәйге төндә бер нисә әхирәтем менән киске уйындан ҡайтып киләбеҙ. Гармун көйөнә арығансы бейегән аяҡтар талған, шуға ҡабаланмай, төнгө ауыл урамы буйлап ипләп кенә көлөшә-һөйләшә ҡайтып киләбеҙ, күңелдәр күтәренке. Әхирәттәремде шым ғына йылмайып тыңлап килә ятҡанымда ҡапыл тирә-йүн яҡтырып китте бит! Бер нәмә аңламай, ниңәлер өҫкә, күккә баҡтым. Ә унда... Күктең шул ҡәҙәре зәңгәрлеге! Өләсәйемдең бәрхәт камзулын хәтерләткән ҡуйы зәңгәр ул күктә йондоҙҙарҙың күплеге!.. Бына-бына сылтырап өҫтөмә ҡойолоп төшөрҙәр кеүек. Бер нисә секундҡа шаҡ ҡатып ҡалғандай булдым да ҡапыл зиһенемде ҡурҡыу хисе биләп алды: нимә был, өләсәйем һөйләгән ахырызаман ошолай башланамы әллә?! Ҡотом осоп, йүгереп киттем. Артымдан – әхирәттәрем. – Ғәлимәү, туҡта, ни булды ул?! Нишләп ҡасаһың?! – тиеүҙәренә аңыма килгәндәй булдым. Ә теге мөғжизә нисек ҡапыл барлыҡҡа килһә, шулай юҡҡа сыҡҡайны инде. Ҡәҙимге йәйге төнгө күк, ҡәҙимге, көн дә күреп өйрәнгән йондоҙҙар... – Ниңә, һеҙ бер ни ҙә күрмәнегеҙме ни?! – тип ғәжәпләнеп ҡыҙҙарға баҡтым. Улар иһә, юҡ тигәнде белдереп, баш сайҡаны, күҙҙәре ҙур асылған, хатта һөйләшә алмай торалар. “Төн яҡтырҙы бит! Шуны шәйләмәҫкә мөмкинме?!” тигән уй йүгерҙе башымдан. Шунан ҡапыл, был ғәжәйеп күренешкә үҙем генә шаһит булғанымды аңлап, өндәшмәй, телемде тешләнем. Был хаҡта әйтһәм, дуҫ ҡыҙҙарымдың бөтөнләй иҫе китерен уйлап, бер килке ни әйтергә белмәй торғас: – Әлләсе, анау тау буйына киткән һуҡмаҡта әллә нимә ҡыбырҙаған һымаҡ булды ла, ҡурҡыштан торҙом да йүгерҙем, – тип башҡа килгән беренсе нәмәне ләпелдәнем. – Һеҙ ҙә күрҙегеҙ, тип уйлағайным... – Юҡ, – ти әхирәттәрем. – Бер ни ҙә күренмәнесе... – Улайһа, күҙгә күренгән инде. Минең ҡурҡағыраҡ икәнде беләһегеҙ бит, ә ҡурҡҡанға ҡуш күренә, – тип шаяртырға маташтым. Ярай әле ҡыҙҙар ышанды, төпсөнөп торманылар. – И-их, ҡуян йөрәк, – тип көлөштөләр. – Эт-маҙар үтеп барғандыр йә, ҡараңғыла ни ҡурҡырға ла күп кәрәкмәй, – тиештек тә оноттоҡ. Өйгә инеп, урыныма ятҡас, әле генә күренгән гүзәллекте күҙ алдымдан ҡат-ҡат үткәреп, нимәгә юрарға белмәй, оҙаҡ йоҡлап китә алмай яттым. Эх, өләсәйем булһа, уға һөйләр инем. Ул аңлатыр ине, белмәгән нәмәһе юҡ ине бит уның!.. Был мөғжизәле төн хәтеремә ғүмерлеккә уйылды ла һис берәүгә һөйләмәҫ сергә әйләнде. Һөйләр инем, береһе лә ышанмаҫы көн кеүек асыҡ. Иҫәрләнгән, тиерҙәр йә. Оҙаҡ, бик оҙаҡ йылдар үтеп, үҙем динде өйрәнә, дини китаптар уҡып, мәсеткә йөрөй башлағас ҡына ул мәлдең Ҡәҙер төнө булғанын, миңә күк ҡабағы асылғанын аңланым... Их, шул мәлендә төшөнгән булһам икән дә бит! Ә мине шатлыҡ хисе урынына ҡурҡыу биләне, үҙемдең ниндәй мөғжизәгә тарығанымды ла аңламай ҡалдым... Хәҙерге аҡылым булһа, үҙемде нисек тоторға, ниндәй һүҙҙәр әйтергә икәнде белер инем дә бит! – тип тамамланы инәй хикәйәтен. Бына бит, шул бер хикмәте бар шул Ғәлимә инәйҙең! Юҡҡа ғына күк ҡабағы асылмай ҙа кешегә, лайыҡлы булғандар ғына бындай бәхеткә эйә булалыр. Уның бар ҡиәфәте, үҙен тотошонан ниндәйҙер серлелек һирпелә, ҡарашынан да тик яҡтылыҡ ағылғандай. Күктәр тарафынан фатихаланып, изгелеккә, игелеккә өйрәтер өсөн һайланған зат... Уның үтелгән ғүмере лә, әлеге матур ҡартлығы ла - ошоға дәлил. Фото: zen.yandex.ru Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас: