Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Декабрь 2020, 22:15

Яңы йылда ла бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ!

Бөгөн Өфөгә Башҡортостан Республикаһы ирекмәндәр хәрәкәтенең әүҙем эшмәкәрҙәре саҡырылды. Улар араһында беҙҙең райондан хәрби хәрәкәттәр ветераны, “Шайморатов” волонтерҙар хәрәкәте командиры Финат Бикҡужин да бар ине.

Ул “Беҙҙең хәстәрлек” берҙәм ирекмәндәр үҙәге эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән Рәхмәт хаты алды.
“Беҙҙең эшебеҙҙе күреп, иғтибарға алғандары өсөн рәхмәт. Яңы йылда ла бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, изге эштәр ҡылайыҡ”, - тигән теләктәрен белдерҙе Финат Рим улы.
Гөлсәсәк Аласова
Читайте нас: