Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Декабрь 2020, 19:17

Иренән ҡасҡан ҡатындың яҙмышы нисек?

Уларҙы барып тапҡас, ғаиләне ауыр хәлдә күрәләр: өйҙәрендә уңайлыҡтар юҡ, ашарҙарына ла булмай.

Стәрлетамаҡтан Алинаны хәтерләйһегеҙме? Уның яҙмышы тураһында бер нисә тапҡыр бәйән иткәйнек инде. Ҡатын үҙен йәберләгән тиран иренән ике балаһын алып китә. Ҡыҙҙарҙың береһе – инвалид. Тик Алина ҡурҡыныстар алдында баҙап ҡалмай һәм балаларын тыныс тормошта үҫтерергә ҡарар итә.
Ул әсәлек капиталына йәшәү өсөн әллә ни шарттары булмаған барактан бүлмә һатып ала. Ирекмәндәр уны тапҡан саҡта ғаилә ауыр хәлдә була: өйҙәрендә уңайлыҡтар юҡ, уларға ашарына ла булмай. Әсәнең барлыҡ аҡсаһы инвалид балаһын ҡарауға китеп тора. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысы булғанға, карталарына арест һалалар. Алина ирекмәндәргә мөрәжәғәт итеп, ярҙам һорай.
Һөҙөмтәләр ҡыуандыра. Ирекмәндәр бүлмәлә ремонт яһаған, ә ҡыҙҙарға бүләк килтергәндәр. Хәҙер уларҙың иҙәне яңы, йыһаздар һәм диван алғандар. Шулай уҡ уларға аҙыҡ-түлек алырға ярҙам иткәндәр һәм бурыс өсөн арест һалынған картаны тергеҙгәндәр.
Алинаның ҡыҙҙарына алты һәм дүрт йәш. Улар һәр бер бала кеүек Яңы йыл мөғжизәһе көтә. Шуға күрә улар янына аниматорҙар килгән һәм күңелле программа ойошторған. Ҡыҙҙар бындай байрамдан һәм бүләктәрҙән бик ҡәнәғәт ҡалған.
Был эштәрҙе “Изгелек йәйғоры” ирекмәндәре башҡарған. Тимәк, Яңы йыл алдынан тағы бер ғаилә мөғжизәгә, изге күңелле кешеләргә ышанды, балалар үҙҙәрен бәхетле тойҙо!
Фото: "КП-Өфө".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: