Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Декабрь 2020, 17:22

Кондукторҙы сәнсеп үлтереп ҡасҡан...

Фотоһүрәттән күренеүенсә, ерҙә ҡанға батҡан ҡатын ята, ә эргәһендә...

БӨГӨН, 22 ДЕКАБРҘӘ, ТАҢ МЕНӘН СТӘРЛЕТАМАҠ ҠАЛАҺЫНДА ҠАНЛЫ ВАҠИҒА ТЕРКӘЛӘ. САУҘА ҮҘӘГЕНЕН АЛЫҪ БУЛМАҒАН УРЫНДА ТРОЛЛЕЙБУС ЯНЫНДА ТОРҒАН ҠАТЫНҒА ТАНЫШ БУЛМАҒАН ИР ТАШЛАНА ҺӘМ БЫСАҠ МЕНӘН СӘНСӘ. УРЫНҒА ШУНДА УҠ САҠЫРЫЛҒАН "АШЫҒЫС ЯРҘАМ" ТАБИПТАРЫ КИЛЕП ЕТӘ, ТИК УЛАР ҠАТЫНДЫҢ ҮЛГӘНЕН ГЕНӘ ТЕРКӘЙ. Был ваҡиға һәм урындан фото шунда уҡ социаль селтәрҙәргә эләгә. Фотоһүрәттән күренеүенсә, ерҙә ҡанға батҡан ҡатын ята, эргәһендә табиптар ярҙам итергә тырыша. Интернетта кешеләр фажиғәнең нимәнән сыҡҡанын, мәрхүмәнең кемлеген асыҡларға тырыша. Беренсе фараз буйынса, ул ҡатын - троллейбустың кондукторы, икенселәр әйтеүенсә, троллейбус идаралығы вәкиле килеүен көтөп торған пассажир булыуы ихтимал. "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы был хәлде асыҡлау өсөн республиканың Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә. Унда, ысынлап та, Стәрлетамаҡта ҡатынды бысаҡ менән үлтергәндәрен дәлилләйҙәр, тик эштең аныҡлыҡтарын әйтмәйҙәр. "Әлеге ваҡытта тәфтишсе полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ваҡиға урынын ҡарап сыҡҡан. Суд-медицина экспертизаһы билдәләнгән. Ғәйепләнеүсе ҡулға алынды, уның менән тәфтиш эштәре алып барыла. Хәҙер ваҡиғаның ни өсөн килеп сыҡҡанын, енәйәттең мотивтарын асыҡларға кәрәк", - тигәндәр унда. Һәм бына күп тә үтмәне, был ваҡиғаның аныҡлыҡтары билдәле булды. Мәрхүмә ҡатын кондуктор булып сыҡты. Уны 22 йәшлек ир үлтергән. Үҙенең ҡатыны һәм бәләкәй ҡыҙы бар. Руслан исемле ир быға тиклем бер нисә тапҡыр енәйәт статьялары буйынса ғәйепләнгән. Улар араһында туҡмау, урлашыу, ныҡ итеп туҡмау бар. Хәҙер иһә ул үлтереүсегә әйләнде. Асыҡланыуынса, Руслан туҡталышта эшкә китергә тип торған 59 йәшлек кондуктор ҡатын янына килә һәм уның менән һөйләшә башлай. Аҙаҡ бысаҡ менән сәнсә лә сумкаһын алып ҡаса. Бынан һуң ир апаһына барып, енәйәте тураһында һөйләй. Апаһы "Ашығыс ярҙам" һәм полиция саҡырта. Әле ир ҡулға алынған. Ә кондуктор ҡатындың ике ҡыҙы ҡалған. Фото: "Бәйләнештә". Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: