Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Декабрь 2020, 05:58

"Туғаныбыҙҙың үлемен раҫлаған белешмә кәрәк!"

Поликлиникаға килеп, иҫән туғандарының үлеме тураһында белешмә биреүҙе талап иткәндәр. Аңлатыуҙарынса...

Башҡортостанда бер ғаилә поликлиниканан иҫән туғандарының үлеме тураһында белешмә биреүҙе талап иткән. Өлкән кеше үҙаллы хәрәкәтләнә алмаған, һис һүҙһеҙ, уға яҡшы тәрбиә талап ителгән. Тик туғандары ерләүҙе алданыраҡ планлаштырған. “Башинформ” агентлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, пенсионерҙың яҡындары уның үлеме тураһында белешмә биреүҙе һорап поликлиникаға бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткән. Табиптар уларҙың өйҙәренә барһа, өлкән кешенең иҫән булыуын күреп, ғәжәпкә ҡалған. Был хәлде туғаны үҙенсә аңлатырға тырышҡан. Йәнәһе, ерләү мәшәҡәттәре ғаилә йәшәгән урындан алыҫта ойоштороласаҡ, ваҡыттың наҡыҫлығы ҡамасаулауы мөмкин. Әлбиттә, уға белешмә бирелмәгән. Тик шулай ҙа ул яңынан поликлиникаға килеп, талабын ҡабатлаған, тойғоларына бирелеп, ерләү өсөн бөтә кәрәк-яраҡ алыныуын хәбәр иткән. Медицина хеҙмәткәре үлем тураһында табип белешмәһенең хәлде асыҡламайынса бирелмәүен тағы бер тапҡыр аңлатырға тырышҡан. Үлем тураһындағы табип белешмәһе – ЗАГС органдарында теркәү өсөн үлем фактын раҫлаған медицина документы. Шулай уҡ үлем сәбәптәренең дәүләт статистикаһы нигеҙе лә ул. Уны тулы кимәлдә һәм дөрөҫ тултырыуҙан үлем сәбәптәре тураһындағы статистик мәғлүмәттең теүәллеге тора. Фото: wolfsonmedicalcenter.com Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: