Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Декабрь 2020, 15:30

Табынға - "Ҡатлама" салаты

Ял табынығыҙҙы ниндәй ризыҡтар биҙәй, дуҫтар? Үҙ сиратыбыҙҙа ошондай салат рецебы тәдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын!

"Ҡатлама" өсөн 250 грамм ветчина, 200 грамм корейса кишер, бер йәшел ҡыяр, бер банка консерваланған кукуруз, бер банка консерваланған ҡыҙыл борсаҡ, 150 грамм ҡаты сыр, өс йомортҡа, майонез кәрәк. Тәүҙә ветчинаны ваҡлап турап иҫ аҫҡы ҡатлам итеп һалабыҙ, майонез һылайбыҙ. Икенсеһенә - корейса кишер, майонез, өсөнсөһөнә - йәшел ҡыяр, майонез, дүртенсеһенә - кукуруз, майонез, бишенсеһенә ҡыҙыл борсаҡ, майонез һалабыҙ, артабан сырҙы ҡырғыстан үткәреп һибәбеҙ, йәнә майонез өҫтәйбеҙ. Иң өҫкө ҡатҡа йомортҡаны турап һалабыҙ, майонез һылайбыҙ. Салатты табынға йәшеллек һәм кишер менән биҙәп ҡуйырға мөмкин. Ашығыҙ тәмле булһын! Фото: odnaminyta.com Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: