Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Декабрь 2020, 15:32

Ныҡ һыуыта

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Ҡыш айының һыуыҡтары башланды: бөгөн урыны менән күп райондарҙа һауа температураһы -18, -23 градусҡа тиклем түбәнәйҙе. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, алдағы өс көндә республикала сатлама һыуыҡтар булыуы көтөлә. Шуға күрә урамға сыҡҡанда йылы кейенергә, оҙон юлға сығыуҙан туҡталып торорға кәңәш ителә. Дүшәмбе яуым-төшөү күҙәтелмәй, көндөҙ һауа температураһының 12-17 градусҡа тиклем түбәнәйеүе, урыны менән -22 градусҡа барып етеүе көтөлә. Төндә -20-25 градус, урыны менән хатта -32 градусҡа етеүе лә бар. Шишәмбе ел көнбайыштан секундына 0-5 метр тиҙлек менән иҫәсәк. Һауа температураһы көндөҙ -10-15 градус, урыны менән -19 градус күрһәтә, төндә һауа температураһы -20 градусҡа, урыны менән -28 градусҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал. Был көндәрҙә йылыраҡ кейенегеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Фото: ardatov-gazeta.ru Автор: Карима Усманова
Читайте нас: