Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Декабрь 2020, 18:13

"Һин миңә хыянат иткәнһең!"

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡанлы ғаилә "драмаһы" булған. Асыҡланыуынса...

Бөгөнгө ял Стәрлетамаҡ ҡалаһының Коммунистик урамындағы бер йортта йәшәгән ғаилә пары өсөн күңелһеҙ башланған. Улар араһында мөнәсәбәттәрҙе асыҡлау барышында талаш сыҡҡан. 34 йәшлек ҡатын ирен хыянат итеүҙә ғәйепләп, көнләшеүҙән ярһып, күкрәгенә бысаҡ ҡаҙаған. Үҙе иҫенә килеп, нимә эшләгәнен аңлағас, тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" машинаһын саҡыртҡан. Зыян күреүсе дауаханаға оҙатылған, уға операция яһалған. Ғәйепләнеүсе ҡатын полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алынған. Ваҡиға буйынса енәйәт эше асыу әлегә хәл ителмәгән, тикшереү бара. Фото: "Бәйләнештә". Автор: Карима Усманова
Читайте нас: