Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы республикала йыл башынан балаларҙың киҫкен химик этиология менән ағыуланыу хәлен анализлаған. Алкоголдән ағыуланғандарҙың иң күбе баш ҡалаға тура килә - 14 осраҡ, Стәрлетамаҡта (6), Бөрө ҡалаһында, Салауат, Әбйәлил, Ишембай, Өфө райондарында берешәр осраҡ теркәлгән. Өфөлә алкоголдән ағыуланған балалар араһында 9 айлыҡ һәм бер йәшлек сабыйҙар ҙа бар. Ҡалғандары - 8 йәштән 14 йәшкәсә үҫмерҙәр. Фото: zen.yandex.ru Автор: Лилия Нуретдинова