Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Декабрь 2020, 17:12

Йырсы үҙе тураһында нимә тигән?

Ҡайнар һыу менән йыуынам, әммә эҫе ризыҡ ашай алмайым..."

Башҡорт һәм татар эстрадаһында популяр йырсыларының береһе Илһөйә Бәҙретдинова үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә һәр саҡ ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы бәйән итеп бара, тормошонан төрлө миҫалдар килтерә. Был юлы йырсы үҙе тураһында ҡыҙыҡлы бер нисә хәл менән таныштыра: Ҡайнар һыу менән йыуынам, әммә эҫе ризыҡ ашай алмайым. Еҫтәрҙе артыҡ ныҡ һиҙәм. Был миңә оҡшамай. Үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа, хатта шампан шарабы йотоп та сәхнәгә сыҡҡаным булманы. Спиртлы эсемлектән тик ҡыҙыл шарап ҡына эсәм. Бер еремә лә пластик операция яһатҡаным булманы һәм йыйынмайым да. Артыҡ "тәмле" һөйләшкән кешеләрҙән ҡурҡам. Ҡашыма татуаж яһатҡанға быйыл алты йыл булды. Көн һайын ике стакан ҡәһүә эсәм. Минең өйөмдә резинка "урлаусы" йәшәй. Ай һайын сәсте йыя торған 50 резинка алам, һәм улар юғалып бөтә. Фото: Ирекле сығанаҡтан. Автор: Карима Усманова
Читайте нас: