Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Декабрь 2020, 17:11

“Йәштәрҙең тормошон боҙалар...”

Үҙ әсәһе енәйәттә ғәйепләгән 15 йәшлек үҫмер үкенес кисерәме?

Иглин ауылында йәшәүсе әсә 15 йәшлек улын автомобиль ҡыуып алып китеүҙә ғәйепләгән. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә. Ҡатын 11 декабрҙә иртән полицияға мөрәжәғәт иткән, бынан бер нисә сәғәт алда улы йорт ихатаһында торған Honda Civic автомобилен ҡыуып алып киткән, тип белдергән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре автомобилде кискә генә таба алған. Машина бер йорт янында торған, әммә рулдә бөтөнләй икенсе егет булған. Ә ҡыуыусыны барыбер тота алмағандар. Был саҡта эшкә бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылған. Мәғлүм булыуынса, 15 йәшлек үҫмер унда иҫәптә тора. 12 декабрҙә йүнһеҙ малай өйөнә үҙ аллы ҡайтҡан һәм машинаны ҡыуып алып китеүҙә ғәйебен таныған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ваҡиғанан һуң үҫмер социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә патруль машинаһында төшкән фотоһын һалған һәм полицейскийҙар “йәштәрҙең тормошон боҙа” тигән яҙыу өҫтәгән... Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ: был үҫмер насар ҡылығы хаҡында үкенәме, һабаҡ алғанмы? Фото: “Комсомольская правда”. Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: