Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Декабрь 2020, 17:56

Сабый ҡаҙаҡ йотҡан

Уны ҡотҡара алмайҙар...

Йәнә бәләкәй балаларға бәйле күңелһеҙ яңылыҡ билдәле булды. Был юлы Ҡариҙел районында сабый һәләк булған. Йәш ярымлыҡ баланы "тамағында сит әйбер" тигән диагноз менән район үҙәк дауаханаһының реанимация бүлексәһенә алып киләләр. Табиптар уны ҡотҡарыу өсөн тырышалар, тик һуң була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала йән бирә. Аҙаҡ тәфтиш-оператив төркөм сабыйҙың ҡаҙаҡ йотоуон асыҡлай. Ата-әсәһе быны күрмәй ҡала. Баланың ни өсөн үлгәне билдәле булһа ла, уның кәүҙәһен суд-медицина экспертизаһына ебәргәндәр. Ата-әсәнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бәләкәй балаларҙы яңғыҙ ҡалдырырға ярамай. Улар һәр ваҡыт иғтибар талап итә. Фото: blogimam.com Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: