Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Декабрь 2020, 17:53

Радик менән Салауат бергәләп сәй эскәнме?

“Яҡын кешеләрегеҙ менән бергә һәр ваҡыт сәйҙәр эсеп йәшәгеҙ”, - тип яҙҙы йырсы.

Кисә, 16 декабрҙә, Бөтә донъя сәй көнө билдәләнә. Байрам күптән түгел – 2005 йылда булдырыла.
Ул айырыуса сәй үҫтереү һәм етештереү менән ныҡлы шөғөлләнгән илдәрҙә – Бангладеш, Һиндостан, Индонезия, Уганда, Вьетнам, Малайзия, Непал, Ҡытай, Кенияла киң билдәләнә. Рәсәйҙә лә, шул иҫәптән беҙҙең башҡорт халҡында ла, сәй халыҡтың иң яратҡан эсемлектәренең береһе һанала.
Популяр йырсы Радик Юлъяҡшин да бөгөн иртәнсәк социаль селтәрҙә ошо хаҡта яңы пост һәм фото ҡуйҙы. “Хәйерле иртә! Яҡын кешеләрегеҙ менән бергә һәр ваҡыт сәйҙәр эсеп йәшәгеҙ. Ҡыҙыҡлы тап килеү: 15 декабрь – Халыҡ-ара сәй көнө”, - тип яҙҙы ул.
Күптәрҙә Радиктың посының йөкмәткеһе түгел, ә ул ҡуйған фотоһүрәт ҡыҙыҡһыныу уятты. Унда байрамса матур мөхиттә ихлас ҡосаҡлашып төшкән Радик Юлъяҡшин менән Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдиновты күрәбеҙ.
Белеүебеҙсә, Салауат Фәтхетдинов Радик Юлъяҡшиндың ижадына ҡарата тәнҡит һүҙҙәре әйткәйне. Йәш йырсы ла яуапһыҙ ҡалманы. Был ыҙғыш күпмелер дауам иткәндән һуң артистар аңлашып килешеүҙәре тураһында хәбәр иткәйне. Әлеге фото ла ике билдәле йырсы араһында дуҫтарса мөнәсәбәт урынлашыуын дәлилләйҙер, тип уйлайыҡ.
Фото: Р. Юлъяҡшиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Radik-men-n-Salauat-berg-l-p-s-y-esk-nme-592090/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: