Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Декабрь 2020, 18:04

ҺИН НИНДӘЙ?

Һүрәттәге бер сәскәне һайла һәм үҙеңдең ниндәй булыуыңды бел. Яуаптарҙы сайтта табырға мөмкин:

1 Йомартлыҡ һәм әхлаҡ Амбициялар, юғары стандарттар һәм перфекционизм – улар һеҙгә хас. Һеҙ эргә-тирәгеҙҙә барыһын да яҡшы итергә тырышаһығыҙ. Бының өсөн тәүлек әйләнәһенә лә эшләргә әҙерһегеҙ. Таныштарығыҙ һеҙгә ярауы бик ауыр тиҙәр. Белһәләр ине: үҙеңә үҙең ярауы тағы ла ауырыраҡ икәнлеген... 2 Мауығыу һәм дөрөҫлөк Яуаплылыҡ һеҙҙең ҡанығыҙҙа. Башҡаларҙы хәстәрләйһегеҙ, улар эшләргә теләмәгәнде үҙегеҙ намыҫ менән ғәҙел башҡарырға әҙерһегеҙ. Яҡындарығыҙға һеҙҙең менән еңел, һеҙ ышаныс һәм дуҫтарса мөнәсәбәт уята беләһегеҙ. 3Аҡыл һәм уйсанлыҡ. Яңғыҙлыҡ һеҙгә ауыр түгел, киреһенсә ҡәнәғәтлек бирә. Һәр бер процесты тәрән уйлайһығыҙ, ваҡ деталдәренә тиклем тикшерәһегеҙ, хатта был ҡылығығыҙ башҡаларға оҡшамай ҙа китә. Әгәр нәҡ һеҙ уйлағанса эшләү дөрөҫ тип һанаһағыҙ, һеҙҙе бер кем дә туҡтата алмай. 4 Тиҙ аңлау һәм философия. Һеҙҙе сәйер, тиҙәр. Әммә һеҙ бик үҙенсәлекле шәхес. Һеҙгә үҙ мөйөшөгөҙ бик кәрәк, һеҙ унда үҙегеҙҙе хәүефһеҙ тип хис итәһегеҙ һәм унда һеҙҙең эмоциялар, интуциялар баш көллө ижадҡа сума. 5 Үҙ-үҙеңә ышаныс һәм лидерлыҡ. Һеҙҙең бойондороҡһоҙлоҡ үҙегеҙгә лә ҡамасаулап ҡуя. Һеҙ бер кемгә лә ышанмайһығыҙ. Үҙегеҙгә генә таянаһығыҙ һәм был ҡайһы саҡ ауыр ҙа. Бурыстарҙы яңғыҙ ғына башҡармаҫҡа өйрәнегеҙ, эшегеҙ алға барыр. 6 Мәрхәмәтлек һәм хисле булыу. Мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу һеҙгә бик еңел бирелә. Һеҙ магнит кеүек: өйөгөҙҙә дуҫтарығыҙ күп, тәҙрә янында поклонниктарығыҙ ҙа күп өйөрөлә. Янығыҙҙа мөхәббәт тыуҙырырға һәләтлеһегеҙ, шуға ла бар кеше һеҙгә тартыла. Әммә һөйөүгә башҡалар кеүек үҙегеҙ ҙә мохтаж. 7 Бәхет һәм тыныслыҡ Һеҙҙең менән дуҫ булыуы рәхәт: тыңлай беләһегеҙ, тойорға һәләтлеһегеҙ. Берәүҙе лә ғәйепләмәйһегеҙ, был тормошта һәр кемдең үҙ юлы, үҙ “тырмаһы” булыуын яҡшы аңлайһығыҙ. Бәхет һәм тыныслыҡ – һеҙҙең хәл-тороштоң 99 проценты. 8 Мөләйемлек һәм энергия Көлөү, шатлыҡ, күңел асыу – тормошоғоҙҙоң төп асылы. Гармония һәм баланс һеҙҙең өсөн мөһим. Оло хистәр кисереү өсөн төрлө мажараларға ла әҙерһегеҙ. Был һеҙҙе ғүмер буйы оҙатып йөрөй. 9 Оптимизм һәм уңыш. Ғүмер – һеҙҙең өсөн оло бүләк. Уның менән ҡулланмау гонаһ булыр ине. Яҡындарығыҙҙың шатлығын да, хәсрәтен дә уртаҡлашыуҙы мөһим тип иҫәпләйһегеҙ. Эргә-тирәләгеләрегеҙҙең бәхетле булыуы, тормоштан барыһын да алып ҡалыу – был һеҙҙең ынтылыш. Бына шулай. Ышанырғамы, юҡмы – быныһы һеҙҙең хоҡуҡ. Резеда Валиева
Читайте нас: