Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Декабрь 2020, 17:50

Һигеҙ айлыҡ сабый батҡан...

Бала үлгән ваҡытта әсәһе уның эргәһендә торған...

Ҡурҡыныс яңылыҡ Стәрлетамаҡ тарафынан килде: ҡала янындағы ҡасабаларҙың береһендә һигеҙ айлыҡ ҡына сабый һәләк булған.
Был хәл 12 декабрҙә була, тип хәбәр итә "КП-Өфө" баҫмаһының хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы үҙ сығанағы.
Асыҡланыуынса, сабый ваннала һыу ингән саҡта батҡан. Шуныһы аптырата: был ваҡытта әсәһе уның янында булған. 35 йәшлек ҡатын белдереүенсә, ҡыҙы һыу аҫтына төшкән дә киткән. Хәлдең нисек булғаны тикшерелә. Республиканың Тәфтиш комитеты яңылышлыҡ буйынса кеше үлтереү статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Тағы шуныһы билдәле: ҡатын үҫмер сағында бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектә иҫәптә торған.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/ige-ayli-sabiy-bat-an-592514/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: