Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Декабрь 2020, 15:38

27 урлашыуҙа ғәйепләнә...

Хәйләкәр ҡатын енәйәтен тыуған ерендә атҡармаған, махсус рәүештә күрше районға барған.

Туймазы районында полицейскийҙар кәм тигәндә 27 урлашыуҙа шик аҫтында булған ҡатынды ҡулға алған. Октябрьскийҙан 32 йәшлек ҡатын "ҡара эшен" тыуған ҡалаһында атҡармаған, бының өсөн махсус рәүештә Туймазы районына килгән.
Барлыҡ урлашыуҙарҙы ла ҡатын супермаркеттарҙа ҡылған. Нигеҙҙә, аҙыҡ-түлек, спиртлы эсемлектәр һәм көнкүреш химияһын алған. Аҙаҡ уларҙы осраҡлы кешеләргә һатҡан. Урланған әйберҙе ул кейеме аҫтында йәки сумкаһында йәшереп алып сыҡҡан һәм күҙәтеү камераларына эләгергә тырышмаған. Әммә бер ваҡыт ул эҙ ҡалдырған.
– Шик аҫтындағы ҡатынды полицияға килтерҙеләр. Быға тиклем дә ул закон боҙған булған. Ғәйебен таныны. Урлашыу осрағы буйынса енәйәт эше асылды, – тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан.
Фото: m.newsland.com
Видео: республиканың Эске эштәр министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/27-urlashiu-a--yepl-n-589046/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: