Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Декабрь 2020, 20:07

Өс кешенең ғүмере өҙөлдө...

Ҡара төҫтәге ВАЗ-2109 автомобиле водителе авария урынынан ҡаса. Хәл шаһиттарының тиҙ арала полиция бүлегенә хәбәр итеүе һорала.

Яңы аҙна башланып та өлгөрмәне, юлдағы аяныслы ваҡиғалар йәнә кеше ғүмерҙәрен өҙгән. Кисә Салауат ҡалаһы янында үлемесле авария теркәлгән: унда 40 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлә. Ғаилә "Suzuki Grand" автомобилендә ҡайтып барған. Машина руле артында 37 йәшлек ҡатыны була, артта 10 йәшлек ҡыҙҙары ултыра. Ҡалаға ингән урында "Шевроле Авео" автомобиле менән ҡапма-ҡаршы бәреләшәләр. Һөҙөмтәлә тәүге машиналағы ир ваҡиға урынына уҡ йән бирә, уның ҡатыны менән ҡыҙы төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсе - "Шевроле Авео" водителе - эскән килеш руль артына ултырған. Ә Ишембай ҡалаһындағы юл-транспорт ваҡиғаһында водитель йәйәүлене бәрҙерә һәм авария урынынан ҡаса. Машина аҫтында ҡалған 53 йәшлек кеше бер нисә сәғәт йәшәү өсөн көрәшә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауаханала йән бирә. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, ваҡиға урынынан ҡасҡан водитель ҡара төҫтәге "ВАЗ-2109" автомобилендә булған. Аварияны күргән шаһиттарҙың тиҙ арала полиция бүлегенә хәбәр итеүе һорала. Бөгөн таң менән Өфө - Ырымбур автомобиль юлының 150-се километрында "Лада Веста" һәм "Hyundai Cretа" машиналары бәрелешә. Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан белдереүҙәренсә, авария ваҡытында юлда томан күҙәтелә. "Лада Веста" руле артындағы 55 йәшлек ирҙең ғүмере табиптар килгәнсе үк өҙөлә. Был хәл буйынса тикшереү бара, авария сәбәптәре өйрәнелә. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, үҙегеҙ һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, тип иҫкәртәләр дәүләт автоинспекцияһынан. Фото: ЮХХДИ. Автор: Карима Усманова
Читайте нас: