Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Декабрь 2020, 13:31

Бер кем дә күрмәгән

Тимер ҡоймаға эленеп, тотҡондан ысҡына алмаған ҡатын төндө шунда үткәргән...

Бәлә аяҡ аҫтында ғына, һаҡ йөрөгөҙ, тигәнде күп ишеткән бар. Кем уйлаһын, был юлы фажиғәгә тимер ҡойма юлыҡтырыр тип... Һәр хәлдә ниндәйҙер һығымта яһарға иртәрәк, сөнки тикшереү эше дауам итә.
Тимер ҡоймаға эленеп, тотҡондан ысҡына алмаған ҡатын төндө шунда үткәргән. Туңып һәләк булған. Шишмә районының Дим ауылында йәшәүселәр төндә ҡараңғы булыуын, бәләгә тарыған ҡатынды күрмәүҙәрен һөйләй. Тәфтиш комитетында ла быны раҫлайҙар, тип хәбәр итә Ufa1.ru порталы. Ваҡиға урыны өйрәнелгән, суд-медицина экспертизаһы билдәләнгән, шаһиттарҙан һорау алына. Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, енәйәт билдәләре асыҡланмаған, шулай ҙа нөктә ҡуйырға иртә. Криминалистарҙың эшмәкәрлегенән күп нәмә тора, кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр табылыу-табылмауҙан эштең судҡа барып етеү мәсьәләһе хәл ителәсәк.
Тимур Шәрипҡолов фотоһы.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ber-kem-d-k-rm-g-n-588155/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: