Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Декабрь 2020, 20:04

Үҫмерҙе үҙенә өйләндергән...

Салауат ҡала суды ғәҙәти булмаған енәйәт эшен ҡараған. Ҡалала йәшәгән ҡатындың бер бүлмәлә танышының 15 йәшлек улы менән ирекле рәүештә енси бәйләнешкә инеүе асыҡланған. Әйтеүҙәренсә, физик һәм психик ирекһеҙләү күҙәтелмәгән.

Суд ултырышында ғәйепләнеүсе һәм уның адвокаты енәйәт эшен туҡтатыу тураһында үтенес менән мөрәжәғәт иткән. Улар быны ғәйепләнеүсенең үҫмер менән ярашыуы, егеттең ҡатынға ҡарата дәғүәһе юҡлығы менән аңлатҡан. Иҫбатлауҙарынса, “йәштәр” бергә йәшәй, сабыйҙарының донъяға килеүен көтә. Киләсәктә мөнәсәбәттәрен законлаштырырға уйлайҙар, тиҙәр. Суд үтенесте ҡәнәғәтләндергән, ҡатынды енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙан азат иткән. Бына шундай ғәжәп тә, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та заманда йәшәйбеҙ...
Фото:Башинформ.
Автор: Дина Арсланова
  • Читайте нас: