Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Декабрь 2020, 21:44

Киске ашҡа - тауыҡ ите

Тауыҡты төрлөсә бешерергә була. Беҙ бөгөн тауыҡ түшенә болгар боросо менән сыр ҡыҫтырып бешерәбеҙ. Бының өсөн бер тауыҡ түше, бер болгар боросо, 100 грамм сыр кәрәк.

Эслек өсөн: 50 миллилитр соя соусы, 100 грамм майонез, ике аш ҡалағы гәрсис кәрәк.
Башта тауыҡ түшенә кеҫә эшләп киҫкеләйбеҙ. Ошо кеҫәләргә киҫелгән борос менән сырҙы ҡыҫтырабыҙ.

Шунан соусҡа тотонабыҙ. Соя соусына майонез, гәрсис өҫтәп һәйбәтләп бутайбыҙ. Тауыҡҡа һөртәбеҙ. Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 45-50 минут тирәһе бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: ok.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: