Үҙ эшен бар күңелен һалып башҡарыусы педагогтарҙың береһе – Иҫке Бәпес мәктәбе уҡытыусыһы Ләйсән Шәрифулла ҡыҙы Абдуллина ла педагогик эшмәкәрлеге менән милләтебеҙгә тоғро хеҙмәт итә, шуға уңыштары ла етерлек. Уҡыусыларының төрлө конкурстарҙа призлы урындар алыуы менән педагог хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
Ләйсән Шәрифулла ҡыҙы Башҡортостаныбыҙҙың иң хозур төбәктәренең береһендә - Белорет районында тыуып үҫә. Башҡорт дәүләт университетында уҡыусы ҡыҙ студент йылдарында уҡ Иҫке Бәпес ауылы егете Айнур Нәүфил улы менән ғаилә ҡора һәм яҙмышы ошо ауыл менән бәйләнә. Ауылдаштары өсөн уңған килен, абруйлы уҡытыусы ул. Белем биреү усағында эшләүенә 17 йыл да булып киткән. Педагог уҡыусылары менән район, республика күләмендә үткән сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. “Урал батыр” эпосын башҡарыусылар бәйгеһе, Рәшит Назаров шиғырҙарын башҡарыусылар араһында конкурс, “Башҡорт мозаикаһы” Бөтә Рәсәй фестивале, “Өмөтбаев уҡыуҙары”, “Яҡшығолов уҡыуҙары”, “Һаумы, һаумы, әкиәт!” бәйгеһе... Уларҙың барыһында ла Иҫке Бәпес мәктәбе уҡыусылары әүҙем ҡатнаша. Ә бында уҡытыусының өлөшө бик ҙур. Малай-ҡыҙҙарҙы дәртләндерә лә, алға ла әйҙәй ул. “Бындай бәйгеләрҙә ҡатнашҡандан һуң уҡыусылар оҫтарып, шымарып, рухланып ҡайта. Башҡа тиҫтерҙәренә ҡарап, алдарына яңы маҡсаттар ҡуялар, үҙҙәренең мөмкинлектәрен тулыраҡ асалар. Беҙҙең мәктәптә уҡыусы балалар бик рухлылар, тырыштар. Улар менән бер ғаилә булып эшләүе күңеле лә, мауыҡтырғыс та. Ата-әсәләр ҙә балаларының ынтылыштарын хуплайҙар”, - ти Ләйсән Шәрифулла ҡыҙы.
Милләтебеҙҙең йөрәк тибеше булған телебеҙҙең алдағы яҙмышы беҙҙең бөгөнгө эшебеҙгә, уға мөнәсәбәтебеҙгә бәйле. Быуындарҙы быуынға бәйләр телебеҙ йәшәһен һәм сәскә атһын!
Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА.