Бының өсөн өс йомортҡа, 12 аш ҡалағы шәкәр, 12 аш ҡалағы үҫемлек майы, 12 аш ҡалағы һөт, 12 аш ҡалағы он, ете грамм йомшартҡыс, лимон һуты, шәкәр пудраһы кәрәк.
Һауытҡа өс йомортҡаға шәкәр, бер семтем тоҙ һалып, миксерҙа ике минут тирәһе туғыйбыҙ ҙа он, йомшартҡыс өҫтәп ҡамыр яһайбыҙ. Шунан мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, форманы майлап, ҡамырҙы ҡоябыҙ. 20-25 минут тирәһе бешерәбеҙ. Әҙер бәлешкә шәкәр пудраһы һибеп, өҫтәлгә ҡуйырға мөмкин.