Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Декабрь 2020, 14:04

Йәнә янғын, йәнә үлем...

Бөгөн йәнә бер ғәйепһеҙ бала янғында һәләк булды.

Кисә Бишбүләк һәм Баймаҡ райондарында янғында тотош ғаиләләрҙең һәләк булыуы тураһындағы хәбәрҙән арынып та өлгөрмәнек, йәнә янғын һәм йәнә фажиғә. Был юлы Ғафури районында. Бөгөн Табын ауылында иртәнге сәғәттәрҙә сыҡҡан янғында 11 йәшлек малайҙың ғүмере өҙөлдө. Уға һигеҙ көндән 12 йәш тулған булыр ине... Табын ауыл биләмәһе хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ғаилә бында күптән йәшәй һәм һәйбәт иҫәптә. Йорт хужабикәһе икмәк бешереү цехында эшләй. Хужа кеше иртән ҡатынын эшкә оҙатырға тип сыҡҡан булған. Тап ошо мәлдә йортта ут сыға ла инде. Бәлә башланғанда йортта барлығы биш кеше була, янғынды иҫкәртеү сигналы тауыш биргәнгә улар уянып, тышҡа сығырға ашыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 11 йәшлек А. башҡалар менән бергә сығып өлгөрә алмай һәләк була. Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ҡаза күргән ғаиләгә ваҡытлыса йәшәп тороу өсөн район үҙәге Красноусолдан фатир бирелә. Улар үҙҙәре лә яңы йорт төҙөй башлаған булған. Берҙәм, ишле туғандары булған ғаилә йортон да төҙөп керер, тик бәләкәй малайҙың ғүмерен генә кире ҡайтарып булмаҫ... Автор: Самат Галиуллин
Читайте нас: