– Үҙебеҙҙең тарихты белеү кәрәк, – ти Зиләрә. – Тарихыбыҙҙы тәрән өйрәнеү ниәтендә китаптарҙы тәфсирләп уҡыйым. Элегерәк быға ниңә ныҡлабыраҡ иғтибар бирмәгәнмен икән тип аптырайым.
Актриса арҙаҡлы башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Ибраһимовтың “Кинйә” романын бер нисә көндә уҡып бөткән, әле ул әҫәрҙең геройҙары тураһында уйлана, бихисап һорауҙарына яуап эҙләй.
Әйткәндәй, Өфөгә күскәнгә хәтлем Зиләрә яҙыусы-фронтовик Ғәли Ибраһимов тыуған Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәне, Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрында эшләне.
Зиләрә Юлтаева әйтеүенсә, “Кинйә” һымаҡ тетрәндергес һәм тарихи әҫәрҙәрҙе уҡыуын киләсәктә лә дауам итәсәк.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.